ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
9 Апрель 2019, 13:13

Республикала тәүге предприятие

Дарьино ауылы янында төҙөлгән “Хладобойня Строгонов” йәмғиәте - юғары технологияларға нигеҙләнеп ҡыҫҡа ваҡыт арауығында сафҡа тапшырылған предприятие. Эшмәкәрлек сусҡа салыу, эшкәртеү, продукция етештереүгә йүнәлтелгән. Зоосанитария һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Әҙер продукцияның географияһы киң, республика ҡулланыусыларына ғына түгел, Рәсәйҙең сауҙа нөктәләрендә танылыу яуларға өлгөргән.

Проекттың маҡсаты - республикала сусҡасылыҡ инфраструктураһын үҫтереү, ярымфабрикаттар етештереү. Социаль әһәмиәтенә килгәндә, 50 кешегә эш урыны булдырылған, хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә премиялар түләү, медицина тикшереүе үтеү ҡаралған, эш урынына йөрөтөүгә транспорт бүленгән. Етештереү циклында өҙлөклөктәр юҡ - салынасаҡ малды һатып алыу, эшкәртеү, әҙер продукцияны һаҡлау һәм сауҙа нөктәләренә таратыу графикка ярашлы башҡарыла. Проекттың хаҡы 201 миллион һум тәшкил иткән, шуның 166 миллионы йәмғиәт аҡсаһы, 35 миллонға кредит бүленгән. Һалынған инвестицияларҙы 58 айҙан ҡайтарыу күҙаллана.Предприятиела йылына 160 мең сусҡа, бер сменала 450 баш эшкәртелә. Ике сменалы эш аҙнаһына күскәндә был һан тағы артасаҡ. Таҙа, сифатлы ит етештереүҙән 6 йыл дауамында 5286,9 миллион һум килем көтөлә.
Һүрәттә: “Ҡыҙыл таҫма”ны БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм “Строгонов” йәмғиәте директоры Артем Мөхтәруллин киҫте.
Автор фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 29-сы һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: