ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Апрель 2019, 19:13

Берҙәм булғанда ғына маҡсатҡа өлгәшергә була

28-29 июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Ҙур ҡорға әҙерлек сиктәрендә урындарҙа форумдар, конференциялар ойошторола. Ошондай сараны Мәләүез районы һәм ҡалаһы башҡорттары ла үткәрҙе. Унда йәмәғәт ойошмаһының үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, быйылғыһына яңы бурыстар билдәләнде, башҡарма комитеттың яңы составы раҫланды һәм ҡоролтайға делегаттар һайланды.

28-29 июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.
Ҙур ҡорға әҙерлек сиктәрендә урындарҙа форумдар, конференциялар ойошторола. Ошондай сараны Мәләүез районы һәм ҡалаһы башҡорттары ла үткәрҙе. Унда йәмәғәт ойошмаһының үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, быйылғыһына яңы бурыстар билдәләнде, башҡарма комитеттың яңы составы раҫланды һәм ҡоролтайға делегаттар һайланды.
Сара Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайының фойеһынан уҡ башланып китте тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Ҡоролтайға килеүсе 200 делегатты һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы, атап әйткәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, Юрматылар ҡоро аҡһаҡалы Риф Иҫәнов һәм республика Йәштәр ҡоролтайы рәйесе, “Арғымаҡ” этнотөркөмө етәксеһе, яҡташыбыҙ Ринат Рамаҙановты халҡыбыҙҙың көнкүрешен, рухи донъяһын һәм мәҙәниәтен сағылдырған бай күргәҙмә ҡаршы алды.
Пленар өлөш алдынан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары, “Мәләүез ынйылары” фольклор коллективы һәм “Көнгәк” халыҡ бейеүҙәре ансамбле иң матур сығыштарын тәҡдим итте.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков сәләмләне. Артабан көн тәртибенә ярашлы, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләлә Рафиҡова йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ойошма үҙ эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ҡарарҙары нигеҙендә алып барҙы. “Яугир” хәрби-илһөйәрлек клубы йәмғиәте һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләне. Район Хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, спонсорҙар, фекерҙәштәр ярҙамында билдәләнгән бурыстарҙы бойомға ашырҙы. Тотороҡло эшләгән йәмәғәт ойошмаһы булараҡ милләт һәм конфессия-ара тыныслыҡты, килешеүҙе һаҡлау һәм нығытыу өлкәһендәге федераль һәм республика программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты.
-Башҡорт йәштәре менән алып барылған эш әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Ауылдарҙа эш юҡлыҡты сәбәп итеп, эскелеккә бирелгәндәр күп. Шуға күрә ялды, буш ваҡытты файҙалы уҙғарыуға өҫтөнлөк биреү мөһим, - тине ҡоролтай етәксеһе.
Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ринат Ғибәҙуллин, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Асия Латипова, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гөлнәзирә Рәхмәтуллина халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен үҫтереү, йолаларҙы һаҡлау, туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, йәш быуынды башҡорт мөхитендә тәрбиәләү буйынса 2018 йылда башҡарылған эштәрҙе барлап, киләсәктә хәл ителергә тейешле көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты баш белгесе Рәйсә Күзбәкова сығышында мәләүездәрҙең һәр йәһәттән айырылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡорт телен уҡытыу буйынса ла район яҡшылар сафында булыуын, шулай ҙа ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға кәрәклеген билдәләне. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы эшләнеүе хаҡында әйтте. Унда халыҡтың киләсәген ниндәй итеп күреүе, уға өлгәшер өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һәр кем үҙенең тәдимен индерә ала (http://strategy.baschkort.org).
Юрматылар ҡоро етәксеһе Риф Иҫәнов Мәләүез районының тәбиғәт ҡомартҡылары һәм тарихи урындары тураһында йыйынтыҡ сығарырға, терминология комиссияһын тергеҙергә тәҡдим яһаны. Башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Ринат Рамаҙановтың сығышы ла фәһемле булды.
Һәр кешегә айырым тауыш биреү юлы менән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Унда ҡоролтай рәйесе Ләлә Рафиҡова, район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов, “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе асия Латипова, Аптраҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов, яҡташыбыҙ, тарихсы, журналист, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков, “Яугир” хәрби-илһөйәрлек клубы йәмғиәте ағзаһы Радик Салауатов һайланды.
Һуңғы ике ултырышта урындағы башҡарма комитеты Аҡһаҡалдар, Йәштәр һәм Ир-егеттәр ҡоро рәйесен һайлау һәм раҫлау тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Шулай итеп, аҡһаҡалдар ҡорона - Әхмәр Ильясов, ир-егеттәргә - Фәнис Бикташев, йәштәргә - Зөфәр Ғималетдинов етәкселек итәсәк. Яңы барлыҡҡа килгән ҡорҙар йәштәргә өлгө булырлыҡ ағзалар туплап, башҡорт халҡын үҫтереүгә, телде, мәҙәниәтте пропагандалауға арналған эшен башлар, уларҙың изге башланғыстарын тиҙҙән барыбыҙ ҙакүрербеҙ, тип уйлайбыҙ.
Конференция һуңында резолюция проекты ҡабул ителде.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Һүрәттә: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты баш белгесе Рәйсә Күзбәкова ойошма ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Эдуард Байсуринға Рәхмәт тапшырҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: