ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Июнь 2019, 14:56

Берҙәмлектә - көс

Мәләүездә Зариф Байғусҡаров урында “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттары тормошҡа ашырылыуы менән танышты. Һуңғы йылдарҙа был маҡсатҡа төрлө кимәлдә финанстарҙы йәлеп итеү отошло. Граждандарҙың да ҡатнашыуы халыҡтың аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә лә, шулай уҡ уның һаҡланыуына ла булышлыҡ итә.

Мәләүездә Зариф Байғусҡаров урында “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттары тормошҡа ашырылыуы менән танышты. Һуңғы йылдарҙа был маҡсатҡа төрлө кимәлдә финанстарҙы йәлеп итеү отошло. Граждандарҙың да ҡатнашыуы халыҡтың аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә лә, шулай уҡ уның һаҡланыуына ла булышлыҡ итә. Уҙған йылдарҙа Корнеевка ауыл мәҙәниәт йорто яңыртылды. Богородский, Һарыш мәктәптәрендә “Балалар спорты” проекты буйынса спорт һөйөүселәргә яңы мөмкинлектәр асылһа, быйыл Восточныйҙа ла эш башланды. Ҡала йөҙө лә үҙгәрә. Бөгөн Гагарин паркы, Мәләүез йылғаһы буйы ял итергә теләгәндәрҙең, сәләмәт тормошҡа ынтылғандарҙың яратҡан урынына әүерелде. Киләсәктә “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы янындағы скверҙан да халыҡ өҙөлмәҫ. Шулай уҡ депутатты партия программаһына ярашлы подъездарҙың яңыртылыуы, “Башҡорт ихаталары” программаһының ғәмәлгә ашырылыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Ә “Спартак” стадионында эш барышын урынға сығып баһалауҙы хуп күрҙе һәм тәғәйен ваҡытҡа объекттың тапшырылыуына ышаныс белдерҙе. Депутат яңырыу проектында спортсыларға сисенеү, йыуыныу урындары ҡаралған хакимиәт корпусы менән танышты, ниндәй спорт төрҙәренә мөмкинлектәр артыуы ла уны ҡыҙыҡһындырҙы. Кәртәләнгән, бар уңайлыҡтар булдырылған стадионда футбол майҙаны, йүгереү юлы яһалма япма менән ҡапланасаҡ, 500 урынлыҡ трибуна буласаҡ.
1960 йылдан эшләп килгән, ваҡытында СССР халыҡтары спартакиадаһын һәм спидвей буйынса чемпионатты, республика ярыштарын ҡабул иткән стадион тағы гөрләр әле.
Читайте нас: