ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Июнь 2019, 17:41

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы

Туғанлыҡ ептәре нығытылды, хәтирәләр яңыртылды Еректәр йыл һайын Таллы байрамында осрашһа ла, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”ға ла дәррәү йыйылды.

Еректәр йыл һайын Таллы байрамында осрашһа ла, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”ға ла дәррәү йыйылды.
Был ҙур сараға әҙерлек алдан башланды. Һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны, һылап, ағартты. Кәртә, тыҡрыҡ буйҙарындағы сүп үләндәрен утаны, сапты. Ситтә йәшәгән туғандарын, яҡындарын, бала саҡ дуҫтарын саҡырып, хат-хәбәр ебәрҙе.
Иң тәүҙә ауыл халҡы клуб янына йыйылды. Унда уларҙы Әбет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Муса Уразбахтин сәләмләне. Ул еректәрҙең берҙәмлеге, татыулығы менән айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өмәләрҙә, сходтарҙа, дөйөм йыйылыштарҙа ла улар бик әүҙем. Ауылдаштар менән осрашыуға әҙерлеккә лә бөтәһе бергә ҡушылған. Бер-береһенә ихтирамлы, кеселекле, ихластар. РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Мәрйәм Күсмәева ла яҡташтары хаҡындағы “Еректәр кеүектәр һирәк” исемле шиғырында ла ошо фекерҙәр ауаздаш ине. Ул шулай уҡ ауыл тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны, ауыл һәм уның кешеләре тураһында күңелендәге йылы хәтирәләр менән бүлеште.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тораҡ пунктынан 45 кеше фронтҡа оҙатыла. Шуның яртыһына ғына тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтырға насип була. Бөгөн яугирҙәрҙең береһе лә иҫән түгел. Әммә улар тураһында яҡты иҫтәлек - һәр ваҡыт яҡташтарының күңелендә. Осрашыуға килеүселәрҙең дә бөтәһе лә иң башта һуғыш ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында туҡталып, яҡындарын иҫкә алды.
Байрамдың икенсе өлөшө ауыл халҡының яратҡан урыны Мансур баҡсаһы тип аталған аҡланда (уны шулай уҡ Ҡорт баҡсаһы тип тә йөрөтәләр) дауам итте. Һәр ғаилә үҙенең нәҫел-нәсәбен йыйып, түңәрәк табын ҡорҙо. Айырыуса Садиҡовтар, Күсмәевтар, Насировтар, Иҙрисовтар, Имелбаевтар күп йыйылғайны. Шуныһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы: береһенең дә өҫтәлендә иҫерткес эсемлек ҡуйылмағайны.
Ерек, Әбет, Восточный ауылдарынан “Таллы”, “Нурлы”, “Илһам”, “Мираҫ” ансамблдәре күңелле композициялар әҙерләгән. Үҙешмәкәр композитор, төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты Риф Бикбаев билдәле ҡурайсы Ғәрифулланың улы Миңтимер Үҙәнбаевтың һүҙҙәренә яҙылған “Ҡайтһам Ерек ауылына” йырын бүләк итте. Шулай уҡ Рөстәм Оморҙаҡов, Фирүзә Ғиниәтуллина һәм башҡалар йырланы.
Байрамдың иң күңелле өлөшө шулай ҙа бүләкләү тантанаһы булғандыр. Был көндә күп бала тәрбиәләгән Айгөл һәм Фидан Имелбаевтар, Айгөл һәм Таһир Күсмәевтар, Зәлиә һәм Фәнил Садиҡовтар, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән Сәғүрә һәм Хәбибулла Садиҡовтар билдәләнде.
Һәр ауылдың ғорурлығы һаналған һоҡланғыс кешеләре була. Еректә лә ундайҙар күп. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, яҙмыштары туған тупрағына бәйләнгән. Тораҡ пункттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары, төрлө яҡлап ярҙам итеүҙәре шуны дәлилләй. Мәҫәлән, эшҡыуар Илнур Күсмәев һәр ваҡыт ауылдаштарына ошондай саралар ойошторғанда спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә. Шулай уҡ Мәрйәм Күсмәева, Клара Фәттәхова, Гөлсөм Күсмәева, Хәлиҙә Шәйәхмәтоваларҙың терәген тойоп йәшәй. Был байрамда улар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы.
Ауыл тормошонда, әлеге байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға ла ауыл старостаһы Салауат Садиҡов йылы һүҙҙәрен әйтеп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ауылдаштары иһә старостаның ихласлығын, ярҙамсыллығын билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы “Ир-егеттәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәнис Бикташев, ауыл активисы Хәбибулла Садиҡов сығыш яһаны. Ғөмүмән, был көндә һәр кем күңелендәге теләген әйтә алды.
Туғандар йыйылған түңәрәк табын артында ла изге теләктәр яңғыраны. Һәр ғаилә, үрҙән фарман көтөп тормай, киләсәктә йышыраҡ осрашырға вәғәҙә биреште. Тамаҡ ялғап алғас, гармун, баян, ҡурай көйҙәренә бейештеләр. Төрлө йәштәгеләр өсөн халыҡ уйындары ойошторолдо. Тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙыштылар, футбол уйнанылар, арҡан тартыштылар. Күңелле тауыштар, моңло йырҙар кискә тиклем яңғыраны. Уны отоп алған урман ҡоштары Мансур баҡсаһын оҙаҡ-оҙаҡ йәмләр әле.
Ошо “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек халыҡ байрамдары, осрашыуҙар ғаиләләрҙә үҙ-ара татыулыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йәм бирә.
Читайте нас: