Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
3 Июль 2019, 17:01

Йәшлек - ғүмерҙең юл башы

Үҙәк майҙанда Йәштәр көнөнә арналған күркәм сара үтте Район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне һәм изге башланғыстарҙа уңыштар теләне. Йәштәр тарафынан бихисап эш башҡарыла. Әүҙем, берҙәм, татыу һәм заман менән бергә атлағандарға сәйәси, социаль, мәҙәни һәм башҡа йүнәлештә етеүсе юҡ. Улар яңы идеялар башланғысында тора, тормошҡа ашыра. Тап ошондай һүҙҙәр был көндә күп яңғыраны. Геннадий Александрович бер төркөм ҡотланыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы, уларҙы яңы үрҙәр яулауҙа тағы ла ышаныслыраҡ булырға өндәне.

Үҙәк майҙанда Йәштәр көнөнә арналған күркәм сара үтте
Район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне һәм изге башланғыстарҙа уңыштар теләне. Йәштәр тарафынан бихисап эш башҡарыла. Әүҙем, берҙәм, татыу һәм заман менән бергә атлағандарға сәйәси, социаль, мәҙәни һәм башҡа йүнәлештә етеүсе юҡ. Улар яңы идеялар башланғысында тора, тормошҡа ашыра. Тап ошондай һүҙҙәр был көндә күп яңғыраны.
Геннадий Александрович бер төркөм ҡотланыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы, уларҙы яңы үрҙәр яулауҙа тағы ла ышаныслыраҡ булырға өндәне.
Сәхнәнән Йәштәр эше буйынса сектор мөдире урынбаҫары Алена Сахарова ҡулынан 5 үҫмер Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алды һәм киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы алмашсыһы буласаҡтарына һүҙ бирҙе.
Район-ҡала йәштәренең күпселеге - төрлө партия ағзалары. “Берҙәм Рәсәй” исеменән уның урындағы бүлексә етәксеһе Сергей Макаров уҙғарылған сара, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм активистарҙы ҡотлап, рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ Мәләүез район- ҡалаһында республиканың ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәге филиалы етәксеһе Гүзәл Шәрипова ҡулынан да иң әүҙем йәштәр Маҡтау грамоталары алды.
Йәшлек - ғүмерҙең юл башы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Дәртле, эшһөйәр, заманса фекерләгән егет-ҡыҙҙар был көндө яңы идеялар солғанышында билдәләне.
Тантаналы сара күңел асыу программаһы менән үрелеп дауам итте.
Читайте нас: