Конгэк
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
4 Июль 2019, 15:11

«Көнгәк» те көтөп ала

Гәзиткә яҙылыу осоронда Мәләүездә йәшәүсе Бибисара апай Сәйетбаталова редакцияға үҙе килә. Хәбәрселәр менән аралашып, хәл-әхүәлдәре менән уртаҡлашып ала ул.

Гәзиткә яҙылыу осоронда Мәләүездә йәшәүсе Бибисара апай Сәйетбаталова редакцияға үҙе килә. Хәбәрселәр менән аралашып, хәл-әхүәлдәре менән уртаҡлашып ала ул.
- Рәхмәт һеҙгә, гәзитте көтөп алам. Ҡала, ауыл тормошо, кешеләр тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. Таныштар булһа, шылтыратып, йә булмаһа, осрағанда ҡыуаныстары менән уртаҡлашам. Йорт усағы күңелгә яҡын, «Аҡыллыға ишара» рубрикаһын үҙ итәм. Яңылыҡтар ҙа бик кәрәк. Хаҡы ғына ҡыйбатыраҡ, әлегә корпунктҡа яҙылам, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Бибисара апай. Гәзиткә яҙылғас, аҙна бүләген дә алды.
Ошондай изге күңелле, уҡырға яратыусы, хеҙмәтебеҙҙе аңлаусы һәм баһалаусы кешеләр редакцияға килһә, беҙҙең дә күңелебеҙгә йылы булып кәйефтәр күтәрелеп китә.
Әйткәндәй, «Көнгәк» гәзитенә яҙылыу әле лә дауам итә. Килегеҙ, яҙылығыҙ, уҡығыҙ!