ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
8 Июль 2019, 13:47

“Мин һеҙгә хәтерҙән ҡайтырмын”

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Булат Рафиҡов Дәүләтҡол ауылында, тәбиғәттең күркәм мөйөшөндә тыуып үҫкән. М. Буранғолов исемендәге китапханала уның тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, әҙәби марафон сиктәрендә, “Мин һеҙгә хәтерҙән ҡайтырмын” сараһы үтте.

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Булат Рафиҡов Дәүләтҡол ауылында, тәбиғәттең күркәм мөйөшөндә тыуып үҫкән.

М. Буранғолов исемендәге китапханала уның тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, әҙәби марафон сиктәрендә, “Мин һеҙгә хәтерҙән ҡайтырмын” сараһы үтте.

Сараны ойоштороусылар уны эҙмә-эҙлекле хронологик тәртиптә әҙерләгән. Бына бәләкәй Булат Һуҡайлы йылғаһы буйында балыҡ ҡармаҡлай. Тиҫтерҙәре көмөш тәңкәле сабаҡ тоторға түгел, ҡара сәсле малайҙан тиҙ генә ятланыр, хәтерҙә ҡалырлыҡ шиғырҙарын тыңларға йыйылған.

Исеме булат ҡылыс менән күҙалланған көләс йөҙлө үҫмер - мәктәп уҡыусыһы. Аҙна һайын сығарылған стена гәзитендә уның насар билдә алған, дәрес ҡалдырған малайҙарҙан көлөп ижад ителгән дүрт юллыҡтары сыға. Ул - студент. Дәртле, сағыу, бөтә ергә өлгөрөр мәл. Был осорҙа Булаттың республика гәзит-журналдарында ижади емештәре йыш күренә.

Тап ошо йылдар уға артабан халыҡ яратып ҡабул итәсәк яҙыусы булып формалашырға этәргес көс бирә.

Осрашыу яңыраҡ илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән йыйылған милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған Торатауға арналған йыр менән башланды. 90-сы йылдарҙа үткән Торатау йыйынында тап Булат ағайҙы Юрматы ырыуы аҡһаҡалы итеп һайлауҙары үҙе күп нәмә тураһында һөйләй.

Бына шулай ҡыҫҡа, әммә иҫ китмәле йөкмәткеле, сағыу, фәһемле сара үтте китапханала. Төрлө жанрҙа ижад иткән, башҡорт әҙәбиәтендә сағыу эҙ ҡалдырған Булат ағай Рафиҡовтың ижады йылдар аша беҙгә оран булып яңғырағандай: “Берҙәм булығыҙ, милләттәштәрем!”.
Читайте нас: