ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
23 Сентябрь 2019, 19:22

Баллы, шифалы байрам

Башҡорт балы - күп һанлы еңеүсеһе. Үткән шәмбелә Үҙәк баҙарҙа традицион бал йәрминкәһе үтте. Көн ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡала-район умартасылары күпләп килде.

Башҡорт балы - күп һанлы күргәҙмә еңеүсеһе. Шәмбелә Үҙәк баҙарҙа традицион бал йәрминкәһе үтте. Көн ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡала-район умартасылары күпләп килде. Бында балдың ниндәй генә төрө, төҫө юҡ: төрлө сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, ҡатнаш, кәрәҙле. Йәрминкәгә килгән халыҡ балдың һәр төрөн тәмләп ҡараны, самауыр сәйе эсте, концерт ҡараны, үҙенә оҡшаған бал өсөн тауыш бирҙе. Шулай уҡ, бал ҡорто продукцияһын һатып алыу мөмкинлеге тәҡдим ителде.
Программаға ярашлы умартасылар өсөн оҫталыҡ дәресе уҙғарылды, “Иң тәмле бал”, “Иң йәш умартасы”, “Иң яҡшы сауҙа урыны” һәм башҡа конкурстар ҡаралған ине.
Тамъян ауылынан Ринат Тимерәев әйтеүенсә быйыл бал күп булған. Ул нәҫеленән килгән ошо кәсеп менән 30 йылға яҡын шөғөлләнә.
Байрам айҡанлы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Макаров тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса “Республика даны өсөн” конкурсы йомғаҡтары буйынса ҡотлап еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.
“Халыҡ араһында танылған” номинацияһында күп профилле колледж директоры Рита Сәмиғуллина, “Эшҡыуар” - Үҙәк баҙар директоры Марат Вәлиев, “Хәйриә, меценатлыҡ, йәмәғәт эшмәкәре” - “Водоканал” етәксеһе Михаил Ковалев, “Физик культура һәм спорт” - 4-се мәктәп уҡытыусыһы Нина Тычина, “Фән һәм мәғариф” 8-се мәктәптең география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева, “Белем биреү ойошмаһының рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһе өсөн” номинацияһында 1-се мәктәп директоры урынбаҫары Ольга Садиҡова бүләкләнде.
Өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһында беренсе урынды И. Яковлев исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге директоры Людмила Петрова, икенсене “Балалар экология үҙәге” етәксеһе Марина Шадрина һәм өсөнсөнө “Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе” директоры Аэлита Әхтәмова алды.
Өфө ҡунаҡтары Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, “Далан” төркөмө егеттәре башҡарыуында дәртле, күңелле йырҙар өшөгән күңелдәрҙе йылытты.
Сара аҙағында умартасыларҙы тантаналы рәүештә Үҙәк баҙар директоры Марат Вәлиев ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: бал йәрминкәһенең иң йәш умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Мөнирә һәм Илгиз Ҡолмөхәмәтовтар.
Автор фотоһы.
Читайте нас: