ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Ноябрь 2019, 18:00

Яңы йылға әҙерлек башланды

Яңы йылға әҙерлек эштәре буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барған сарала ҡала предприятиелары, ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Яңы йылға әҙерлек эштәре буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барған сарала ҡала предприятиелары, ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Ултырышта байрам һәм каникул осоронда ойоштороласаҡ саралар планы ҡаралды. Хакимиәт башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә шыршылар урынлаштырыу, боҙ ҡаласыҡтары төҙөү, байрам кисәләрен тулы әҙерлек менән ҡаршылау һәм үткәреү кеүек маҡсаттар ҡуйылды. Шулай уҡ ҡаланың үҙәк майҙанын, урамдарҙы, ойошма фасадтарын, сауҙа нөктәләрен байрамса биҙәү, боҙ ҡаласығы төҙөү, балалар өсөн уйын ҡорамалдары булдырыу хаҡында һүҙ барҙы. Барлыҡ эштәр мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, урындағы эшҡыуарҙар менән берлектә алып барыласаҡ.

Ултырышта күмәк саралар барышында йәмәғәт тәртибен һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңы йыл бүләге һәм күстәнәстәре һатып алыу, уларҙы байрам кисәләренә алып барыу мәсьәләләрен хәл итеү кеүек мөһим бурыстар ҙа билдәләнде.

Байрам саралары үткән урындарҙа полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, халыҡ дружинаһы ағзалары тәртип һәм хәүефһеҙлек һағында буласаҡ.

Ҡышҡы каникул осоронда үҙәк майҙанда байрам тантаналары уҙасаҡ, ҡала халҡын сағыу тамаша, йәнле уйындар, ярыштар көтә. Ял иткән урындарҙа тәртип һәм таҙалыҡ һаҡлау һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы икәнен генә онотмайыҡ.
Читайте нас: