Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
25 Ноябрь 2019, 17:01

Оҫталар күңеле төпһөҙ хазина кеүек

Күптән түгел Боһорман ауыл клубында үткән шәл бәйләү оҫталары байрамы шуны иҫбатланы

Күптән түгел Боһорман ауыл клубында үткән шәл бәйләү оҫталары байрамы шуны иҫбатланы

Был сара ике йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм Мәләүез төбәгенең иң уңғандарын бергә йыя. Быйыл унда 11 ауыл биләмәһенән егерме биштән ашыу гүзәл зат ҡатнашты. Конкурс ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә ҡул эше оҫталары үҙҙәренең бәйләмдәренән күргәҙмә ойошторҙо. Икенсеһендә визит картаһын, реклама ролигын һәм ижади һәләтен күрһәтте.

Күргәҙмәлә төбәк уңғандарының һәр береһенең үҙенә генә хас алымы, стиле барлығы асыҡланды. Бәйләүгә улар эшкә кеүек түгел, ә яратҡан шөғөл, ижад итеү һымаҡ ҡарауҙары һоҡландырҙы. Уйлап ҡараһаң, ҡабарып торған матур шәлде башҡа ябынғанға, иңгә һалғанға тиклем күпме тырышырға, күҙ нурын түгергә тура килә. Кәзә малын аҫрау ҙа түҙемлек талап итә.

Оҫтабикәләр һәр береһе үҙенең бәйләү сере менән ихлас уртаҡлашҡас, сәхнәлә ижади һәләттәрен күрһәтте. Дәртле бейеүҙәрҙе моңло йырҙар алмаштырҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.

Конкурсанттарҙың эшен һәм сығышын 2017 йылда “Башҡорт шәле” республика конкурсында гран-при яулаған Г. Иҫәнғолова, республика һәм район конкурстары призеры Г. Саҙрыева һәм ошо юлдарҙың авторы баһаланы.

Һөҙөмтәләр буйынса бөтә ҡатнашыусылар диплом һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде. Беренсе урынға Смаҡ ауылынан М. Шаһманова лайыҡ булды. Икенсене Бельскийҙан Р. Сәйетбатталова, Первомайҙан З. Әһлиуллина, өсөнсө урынды Һарыштан Р. Ғабдуллина, Ҡотоштан Р. Кинйәбаева яуланы.

Рузилә МӘҠСҮТОВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.
Читайте нас: