ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Ноябрь 2019, 15:40

Мөмкинлектәр сикле түгел

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә.Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, уларға социаль ярҙам күрһәтеү, саралар уҙғарыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы.

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә.

Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың хоҡуғын яҡлау, уларға социаль ярҙам күрһәтеү, саралар уҙғарыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барған сарала ҡала ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Ултырышта саралар планы ҡаралды, уларҙы тулы әҙерлек менән үткәреү маҡсаты ҡуйылды.

Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сиклеләрҙең торлаҡ шарттарын тикшереү, медицина ярҙамы күрһәтеү, инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн психологик тренингылар ойоштороу бурыстары ҡуйылды.

Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан «Мин һәм минең хоҡуғым» акцияһы, «Дуҫлыҡ һәм ижад йәйғоры» балалар фестивале, экскурсиялар, спорт уйындары, ГТО нормалары тапшырыу, хәйриә концерты кеүек социаль һәм мәҙәни саралар уҙасаҡ. Район һәм ҡала ойошмалары, предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында эш урындары йәрминкәһе ойоштороласаҡ.

Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эшләү, уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү, һәләттәрен асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү - төп бурыс.
Читайте нас: