Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
10 Ғинуар 2020, 16:37

Унһыҙ донъя бушағандай...

Үкенескә ҡаршы, Яңы йыл байрамдары үҙенең сағыу төҫтәре, бүләктәре, уйын-көлкөләре менән генә хәтерҙә ҡалманы. 8 ғинуар кис алсаҡ, тормош яратыусан, изге күңелле яҡын кешене юғалтыу хәбәре күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы, ҡайғыға һалды. Лариса Аркадьевна Михляеваның тынғыһыҙ йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ышанырлыҡ түгел... Сөнки ул һәр ваҡыт ярҙамсыллығы, дәртлелеге, тормошто яратыуы менән айырылып торҙо.

Үкенескә ҡаршы, Яңы йыл байрамдары үҙенең сағыу төҫтәре, бүләктәре, уйын-көлкөләре менән генә хәтерҙә ҡалманы. 8 ғинуар кис алсаҡ, тормош яратыусан, изге күңелле яҡын кешене юғалтыу хәбәре күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы, ҡайғыға һалды. Лариса Аркадьевна Михляеваның тынғыһыҙ йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ышанырлыҡ түгел... Сөнки ул һәр ваҡыт ярҙамсыллығы, дәртлелеге, тормошто яратыуы менән айырылып торҙо.
Үҙ эшенең профессионалы, оҫта журналист, публицист, талантлы етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Үҙенең тормош иптәше Иван Ивановичҡа яҡшы ҡатын, ҡыҙы Юлиәгә - әсәй, кейәүе Евгенийға - ҡәйнә, ейәне Георгийға - өләсәй ине. Ҡунаҡсыл, егәрле хужабикәнең йорто ла, баҡсаһы ла һәр ваҡыт тәртиптә, шау гөлгә күмелеп торҙо.
Мәскәүҙә вафат булды, тап башҡалала ул донъяға ауаз һалған. Яңы йылды Лариса Аркадьевна ҡыҙының ғаиләһендә ҡаршылаған. Быйыл уның ҙур юбилейы булыр ине. Бәлә белдертмәйенсә ишек ҡаға шул... Ул күтәренке кәйефтә була, әммә оҙаҡ йылдар алһыҙ-ялһыҙ яуаплы вазифала эшләү, йыйылған сир үҙенекен итә.
Хеҙмәт юлын ул Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас Мәләүездә редакцияла башлай. Ҡаланың үҫешендә, төҙөлөшөндә уның да ҡатнышлығы ҙур. Утыҙ йылдан ашыу тормошон урындағы «Октябрь юлы»-на арнай. Нефтекамск ҡалаһына мөхәррир итеп саҡырғас, унда ике йыл эшләй. Ундағы баҫманы ла алдынғылар рәтенә сығара. 80-се йылдарҙа Лариса Аркадьевна ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе етәксе була. Ниндәй мөхәррир бит әле! Матбуғатҡа асыш, яңы һулыш индереүсенең гәзите лә республикала һәр ваҡыт иң алдынғылар араһында. Эшен оҫта итеп ойоштора беләүе менән айырылып тора. Етәксе һәм уның коллективы - күп тапҡыр Рәсәй матбуғатының Алтын фондына ингән Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарының призёры.
Лариса Аркадьевна - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Уның эше районда, ҡалала һәм республикала юғары баһаланды. Абруйлы журналист йәмәғәт тормошонда ла ҙур әүҙемлек күрһәтте: депутат, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Барыһына ла ваҡытын еткерҙе. Беҙҙҙең, коллегалары өсөн, ул үрнәк, яҡын дуҫ булды. Хәлде белеп шылтыратыр, ҡотлар, кәйефте күтәрер, кәңәш бирер, йыуатыр ине. Лариса Аркадьевнаның арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеүе - барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның исемен йөрәгебеҙ түрендә һаҡларбыҙ.
Людмила САВЧЕНКО,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, РФ һәм БР журналистар Союзы ағзаһы.
Читайте нас: