Конгэк
-6 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
22 Май 2020, 14:11
Битлегең бармы?
Белеүебеҙсә, 12 майҙан республикала үҙизоляция тәртибе йомшартылһа ла, битлек кейеү режимы ҡәтғиләнде. Һаҡлыҡ сараһына битараф булғандарға ҡарата штраф та ҡаралған.
Белеүебеҙсә, 12 майҙан республикала үҙизоляция тәртибе йомшартылһа ла, битлек кейеү режимы ҡәтғиләнде. Һаҡлыҡ сараһына битараф булғандарға ҡарата штраф та ҡаралған.
18 майҙан ҡаланың административ эштәрҙе тикшереү комиссияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ирекмәндәр менән берлектә рейдтар үткәрә башланы. Улар йәмәғәт урындарында, «Магнит», «Пятерочка» сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа магазиндарҙа булып, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барҙы, закон боҙоусыларға ҡарата протокол төҙөнө. Теге йәки был сәбәпле битлектәре булмағандарға ирекмәндәр уны бушлай таратты. Кешеләрҙең күпселеге һаҡлыҡ сараларын ҡуллана, әммә рейд барышында законға битарафтар ҙа асыҡланды.
Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, ҡайһы бер сауҙа үҙәге етәкселеге һатып алыусыларға ҡәтғи талаптар ҡуйған, уларға битлекһеҙ бер кем дә инә алмай.
Бындай рейдтар көн һайын үткәрелеп торасаҡ. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн һаҡлыҡ сараларына битараф булмаһағыҙ һәм үҙ сәләмәтлегегеҙ хаҡында ла хәстәрлек күрһәгеҙ ине.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит