ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Июль 2020, 11:32

Эштәренең уңышы - хәрәкәттә һәм аралашыуҙа

Июль айының икенсе йәкшәмбеһендә почта хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Илдәр һәм ҡитғалар, ҡалалар һәм райондар, предприятиелар, туғандар, матбуғат сараларын етештереүселәр менән уларҙы алдырып уҡыусылар араһында бәйләнеш булдырыусы коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Июль айының икенсе йәкшәмбеһендә почта хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Илдәр һәм ҡитғалар, ҡалалар һәм райондар, предприятиелар, туғандар, матбуғат сараларын етештереүселәр менән уларҙы алдырып уҡыусылар араһында бәйләнеш булдырыусы коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Уңыш тигәндән, ҡайһы ғына почтальон менән әңгәмәләшергә тура килмәһен, хеҙмәтендәге төп уңышы итеп улар ҡулланыусыларының хөрмәтен, туғандарса көтөп алыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
- Даими клиенттарыбыҙ менән үҙсән генә аралашыу алымдары ла бар, - тип бүлешә серҙәре менән алдынғы почтальондар Мәрүәр Чеплакова һәм Гөлшат Хисаметдинова. - Почта йәшниктәренә беҙҙең өсөн записка яҙып һалалар, кермәй китмәүебеҙҙе һорайҙар. Ни тиклем генә ашыҡһаҡ та, бындай үтенестәрҙе бер ҡасан да инҡар итмәйбеҙ, сөнки ҡайһы берәүҙәр өсөн беҙ берҙән-бер ярҙамсы ла, аралашыусы ла булып торабыҙ.
Ҡаланың 6-сы почта бүлексәһендә бөгөн 17 почтальон эшләй, тағы ла дүртәүһе киске ваҡытта заказлы хаттарҙы адресаттарға шәхсән таратыу менән шөғөлләнә. Был бүлексә бар ҡаланы һәм Ҡаран, Тамъян, Ташлыкүл, Рассвет ауылдарын, Туғайлы ҡасабаларын хеҙмәтләндерә. Бында эш ваҡыты иртәнге 8-ҙә башлана ла киске 8-гә тиклем һис кенә лә тынмай. Тәү ҡарамаҡҡа ялҡытҡыс, бер төрлө кеүек күренгән хеҙмәттәренән йәм, тәм таба белә почта белгестәре. Һәр конвертта, һәр посылка йәки бандеролдә кемдәрҙеңдер яҙмышы, хәл иткес мәғлүмәт булыуы мөмкин, шуға күрә эштәренә үтә яуаплы ҡарайҙар. Йәйге селләлә лә, ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа ла адресаттарына ашығалар. Үҙҙәре әйтеүенсә, көнөнә 10-15 саҡрым араны йәйәү үтергә тура килһә лә, яратҡан эштәре ялҡытмай. Мәҫәлән, Мәрүәр Чеплакова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәштәрсә етеҙ, йөҙөнән һис ҡасан йылмайыу китмәй. Хеҙмәттәше Гөлшат Хисаметдинова менән улар йылдың-йылы гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһында алдынғылыҡты бирмәй. «Башҡа күрһәткестәр буйынса ла өлгө улар”, - ти бүлексә етәксеһе Надежда Макарова.
Әсәйҙәренең матур өлгөһө күп осраҡта ҡыҙҙарының да почтаға эшкә килеүенә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, Екатерина Каргина, Альбина Аҙналина шундайҙар иҫәбенән. Тырыш хеҙмәткәрҙәр ғаилә усаҡтарында ла өлгөр хужабикә, наҙлы әсәй-өләсәй булырға ваҡыт та, көс тә таба. Алдынғы почтальон, портреты Өфөләге почта идаралығының Маҡтау таҡтаһына ҡуйыласаҡ, киләһе йыл был өлкәлә эшләүенә 25 йыл туласаҡ Светлана Юдина - биш бала әсәһе, һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй.
Мөләйем, алсаҡ почта хеҙмәткәрҙәренән һөнәри серҙәрен төпсөшәм. Бер тауыштан тиерлек «Беҙҙең эштең уңышы - хәрәкәттә һәм аралашыуҙа”, - ти улар. Артабан да шулай хәрәкәттән - бәрәкәт, аралашыуҙан илһам алып эшләргә яҙһын, хөрмәтле коллегалар.
Алдынғы почта хеҙмәткәрҙәре Мәрүәр Чеплакова һәм Гөлшат Хисаметдинова.
Читайте нас: