ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
21 Сентябрь 2020, 19:36

Ҡалабыҙ тағы ла күркәмләнәсәк

Киләсәктә Ленин урамынан Үҙәк баҙарға тиклем араның тулыһынса үҙгәреүе көтөлә.

Районда төрлө дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтөнлөклө проекттар сиктәрендә ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, урамдар, йорт алдары тәртипкә килтерелә. Был йәһәттән беҙҙең ҡалала ла байтаҡ эштәр башҡарылды һәм улар киләсәктә лә дауам итәсәк.
Дәүләт ярҙамы менән тормошҡа ашырылған ошондай проекттар бик кәрәкле, сөнки тап улар ярҙамында төрлө объекттар төҙөлә, ауыл-ҡалаларҙың йөҙө үҙгәрә, тормош кимәле яҡшыра.
18-нән 21 сентябргә тиклем ҡала мәҙәниәт һарайында «Биләмәләрҙе төҙөкләндереү үҙәге» командаһы Мәскәү эксперттары Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереү буйынса ҡала халҡы, эшҡыуарҙар һәм ирекмәндәр менән осрашыу үткәрҙе. Унда ҡатнашҡан һәр кемгә үҙ фекерен, тәҡдимен еткереү мөмкинлеге бирелде. Улар араһында күберәк сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, автовокзалды төҙөкләндереү, йәйәүлеләрҙең, шулай уҡ транспорт хәрәкәтен яйға һалыу кеүек кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Спорт һарайы, Үҙәк майҙан һәм төҙөкләндереләсәк яңы биләмә бер-береһе менән бәйле булырға, шул уҡ ваҡытта ундағы үҙгәрештәр ҡабатланмаҫҡа тейеш, ти белгестәр. Улар район һәм ҡала халҡының тәҡдимдәрен иҫәпкә алған яңы проект өҫтөндә эшләйәсәк.
Киләсәктә Ленин урамынан Үҙәк баҙарға тиклем араның тулыһынса үҙгәреүе көтөлә.
Булдырылғандың ҡәҙерен белеп,уларҙы һаҡлап тороу һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы икәнен онотмайыҡ.
Читайте нас: