ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
29 Декабрь 2020, 19:22

Хеҙмәттәре баһаланды

Юғары күрһәткестәр һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән бер төркөм яҡташтарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы һәм уларға дипломдар тапшырҙы.

Байрам алдынан район хакимиәтендә йылды йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Юғары күрһәткестәр һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән бер төркөм яҡташтарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы һәм уларға дипломдар тапшырҙы.
Райондың Муллағол ауылы «Айыҡ ауыл - 2020» республика конкурсының район этабында еңеү яуланы. Шуға бәйле Аптраҡ ауыл биләмәһенә (башлығы Зөфәр Ғималетдинов) беренсе дәрәжә диплом һәм сертификат тапшырылды.
Шул уҡ конкурста Иштуған ауыл биләмәһенә ҡараған Һыртлан ауылы ла ҡатнашҡайны. Һөҙөмтәләр буйынса биләмә (етәксеһе Ринат Әлмөхәмәтов) икенсе дәрәжә диплом һәм сертификат менән бүләкләнде. Шул уҡ номинацияла Йомаҡ һәм Михайловка ауылдары ла билдәләнде. Ергән һәм Денис ауыл биләмәләренә (башлыҡтары Рәил Әбделғәниев һәм Надежда Ядыкина) өсөнсө дәрәжә диплом һәм сертификат бирелде.
Дәүләт ярҙамы һәм «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Һарыш ауылы мәктәбе директоры Салауат Килдебаевҡа яңы автобус асҡысы тапшырылды.
Читайте нас: