Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
22 Ғинуар 2021, 19:05

3-сө урын - беҙҙә!

Зауыҡлы биләмәләр йылында башҡарылған эштәр буйынса беҙҙең районға 3-сө урын бирелде.

Уҙған йылда Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә республиканың тораҡ пункттары төҙөкләндерелде, тәртипкә килтерелде. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы йылға йомғаҡ яһап, һөҙөмтәләрҙе барланы.
Зауыҡлы биләмәләр йылында башҡарылған эштәр буйынса беҙҙең районға 3-сө урын бирелде.
Әйткәндәй, былтыр республикала барлығы 180 саҡрым тротуар һалынған, бөтәһе 10 меңгә яҡын яҡтыртыу ҡоролмалары, күп ҡатлы йорттарҙа 2180 подъезд ремонтланған, 103 йәмәғәт урыны, 380 йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән, 1452 күп ҡатлы йортҡа капиталь ремонт яһалған. Барлығы 389 саҡрым оҙонлоҡта урамдарҙағы ҡоймалар алмаштырылған, 132 саҡрымда газондар булдырылған. Тораҡ пункттарҙы йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда республика буйынса барлығы 530 мең ҡыуаҡ һәм 769 мең ағас ултыртылған.
Читайте нас: