ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
2 Февраль 2021, 17:05

Йылылыҡ өсөн түләүҙәр ҡайтарыла

Халыҡҡа йылылыҡ өсөн түләүҙәр кире ҡайтарыла. Ҡаланың туғыҙ йортонда, атап әйткәндә...

Ауыртҡан ерҙән ҡул китмәй, ти халыҡ мәҡәле. Кеше, ғәҙәттә, күңелен өйкәп, үҙен борсоп торған хәлгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтыусан. Халыҡ араһында йөрөгәс, беҙ кешеләрҙең йәшәйеше, уларҙы борсоған проблемалар хаҡында хәбәрҙарбыҙ.
Уҙған йылдың декабрь айына квитанцияларҙа йылылыҡ өсөн хаҡтың артып килеүе ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай, халыҡты ҡуҙғытып ебәрҙе. Был күренеш әле булһа кешеләрҙә ризаһыҙлыҡ һәм бик күп һорауҙар тыуҙыра. Йылылыҡҡа хаҡ ни сәбәпле артыуы хаҡында гәзиттең уҙған һандарында яҙып китеүен киткәйнек инде. Ҡала мәҙәниәт һарайында был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында, район етәкселеге ҡатнашлығында кәңәшмә лә уҙҙы.
Түләүҙәр яңынан тикшерелеп, халыҡҡа аҡсаның ниндәйҙер өлөшө кире ҡайтарылыуы хаҡында хәбәр ишеткәс, беҙ «Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре» ойошмаһы директоры Геннадий Ярославцев менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм етәксенән ошондай мәғлүмәт алдыҡ:
«Халыҡҡа йылылыҡ өсөн түләүҙәр кире ҡайтарыла. Ҡаланың туғыҙ йортонда, атап әйткәндә, Мәләүез тимер һәм бетон конструкциялар етештереү заводы ҡаҙанлығы аша йылытылған ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамындағы 23, 47, 49а, 53, 55а, 57, 59а һәм Кочетков урамындағы 3, 4 йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләүҙәр ҡайтанан ҡаралды. Ремонт эштәренә бәйле, 7 декабрҙән 21-нә тиклем завод ҡайһы бер объекттарға йылы биреүҙе туҡтатып торған һәм ул башҡа йорттарға бүленгән. Ысынбарлыҡта тотонолған йылыны иҫәпләү приборҙары күрһәткән. Һөҙөмтәлә, 73900 һум аҡса үрҙә һанап кителгән йорттарҙа йәшәгәндәргә кире ҡайтарыласаҡ».
Фото интернеттан.
Читайте нас: