ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
8 Февраль 2021, 17:10

Урамығыҙ яҡтымы?

Был һорауҙы һеҙгә юҡҡа ғына бирмәйбеҙ. Интернет селтәрендә кешеләр яҡтылыҡҡа бәйле төрлө яҙмалар ҡалдыра, етәкселеккә үҙ һорауҙары менән мөрәжәғәт итә.

Был һорауҙы һеҙгә юҡҡа ғына бирмәйбеҙ. Интернет селтәрендә кешеләр яҡтылыҡҡа бәйле төрлө яҙмалар ҡалдыра, етәкселеккә үҙ һорауҙары менән мөрәжәғәт итә. Бығаса ҡараңғы ҡала урамдары буйлап йөрөргә тура килмәһә лә, халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе Любовь ШАРИНСКАЯ яуап бирә.
- Любовь Ильинична, һеҙгә урамдарҙағы яҡтылыҡҡа бәйле һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләрме? Ниндәй проблемалар борсой халыҡты?
- Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙҙыр, яҡтылыҡ биреүсе лампочкаларҙы урамда ғына түгел, йорттарҙа ла йыш алмаштырырға тура килә. Мөрәжәғәттәр күп, беҙ уларҙың һәр береһен теркәп барабыҙ һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проблеманы хәл итергә тырышабыҙ. Кешеләр үҙҙәре йәшәгән урамда йәки яҡтылыҡ талап ителгән башҡа урында ут булмаған осраҡта беҙгә мөрәжәғәт итә.
- Заявкалар ниндәй тәртиптә ҡарала? Сират буйынса хеҙмәтләндереләме?
- Беҙ килгән мөрәжәғәттәрҙең һәр береһен айырым да, төркөмдәргә туплап та хеҙмәтләндерәбеҙ. Барыһы ла сират буйынса ҡарала. Мәҫәлән, 32-се биҫтә буйынса бер нисә шылтыратыу булған икән, ундағы проблемалар бер юлы хәл ителә.
Иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 4-кәсә ҡабул ителгән заявкалар киске 5-кә тиклем подрядсы ойошмаға ебәрелә. Халыҡҡа туранан-тура ул ойошма менән дә бәйләнешкә инергә мөмкин.
- Теге йәки был сәбәпкә бәйле тотош утһыҙ ҡалған урамдар бармы?
- Ундай осраҡтар һирәк күҙәтелә. Әгәр авария була ҡалһа, әлбиттә, күңелһеҙ хәлдәр ҡотолғоһоҙ. Әммә беҙ уларҙы тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ.
- Урамдарҙағы яҡтылыҡҡа бәйле мәсьәләләр халыҡтан килгән заявка буйынса ғына ҡараламы?
- Юҡ, әлбиттә. Бағаналарҙа ут янып торған ваҡытта, йәғни иртәле-кисле беҙ урамдарҙағы яҡтылыҡты тикшереп сығабыҙ, янмаған лампаларҙы теркәйбеҙ һәм уларҙы алмаштырабыҙ, башҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрәбеҙ.
- Айырым иғтибар талап иткән урындар бармы?
- Мәктәп, балалар баҡсалары, дауахана, хәрәкәт күп булған, йәйәүлеләр йөрөгән һәм башҡа яҡтылыҡ кәрәккән урындарға, ысынлап та, айырым иғтибар кәрәк. Беҙ, тәү сиратта, уларҙы хеҙмәтләндерәбеҙ.
- Башҡарылған эштәрҙе лә барлап китәйек.
- Транспорт һәм йәйәүлеләр хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Юрматы урамында яңы яҡтыртыу линияһы сафҡа инде. Ике саҡрымдан артыҡ араға бөтәһе 72 яҡтыртҡыс урынлаштырылды. Шулай уҡ ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамынан Урал урамына тиклем өҫтәмә 15 яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылды, Буранғолов урамындағы яҡтыртҡыстар алмаштырылды. Миллион ярым һум сығым талап иткән был эш урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды. Улар киләсәктә лә дауам итәсәк.
-Аңлауымса, яҡтылыҡҡа бәйле һорауҙар менән һеҙгә мөрәжәғәт итергә лә, подрядсы ойошма менән дә бәйләнешкә инергә мөмкин.
- Эйе, район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге 3-71-17, «Росэнергострой» подрядсы ойошмаһы 5-29-36 телефон һандары аша шылтыратыуҙар ҡабул итә.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: