Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
9 Февраль 2021, 13:55

Юлдарҙы кем таҙарта?

Күпләп яуған ҡар тыуҙырған мәшәҡәттәр беҙҙә нисек хәл ителә? Юлдарҙы кем таҙарта? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат ХӘСӘНОВ яуап бирә.

Быйылғы кеүек ҡышты күргәнегеҙ бар инеме? Һыйырҙың мөгөҙөн һындырырға вәғәҙәләгән февраль айында епшек ҡар, ямғыр яуып тороуына һеҙ ҙә аптырап бер булдығыҙмы? Яҙ миҙгелендәгеләй, ҡыйыҡтан тамсылар тамып тороп, ҡапыл һыуытып ебәргәс, ҡыштың үҙ хоҡуҡтарын бирергә теләмәүен аңланыҡ. Тотороҡһоҙ һауа шарттары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен, юлсыларҙы көсөргәнештә тота.
Күпләп яуған ҡар тыуҙырған мәшәҡәттәр беҙҙә нисек хәл ителә? Юлдарҙы кем таҙарта? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат ХӘСӘНОВ яуап бирә.
- Ҡалала ҡар таҙартыуҙы өс подрядсы ойошма башҡара. Уларҙың һәр ҡайһыһына урамдар тәғәйен бүленгән. Мәҫәлән, «Стройтранс М» ойошмаһы Туғайлы, Йәштәр биҫтәләрен, Док, Яр буйы, Көньяҡ, Воровский, Сәнәғәт урамдары өсөн яуаплы. Шәхси эшҡыуар Пилтоян ҡаланың үҙәген, йәғни Ленин, Буранғолов, Смоленск, Октябрь, Беренсе май, Колхоз, ВЛКСМ-дың 50 йыллығы, Юрматы, Төньяҡ урамдарын һәм Ҡояшлы биҫтәһен, Шәкәрселәр ҡасабаһын, Питомникты таҙарта.
«Йәшел хужалыҡ» ойошмаһына шәхси йорттарҙан торған Карл Маркс һәм уға яҡын урынлашҡан Цюрупа урамдарын, Док урамынан Воровскийға, Воровскийҙан Смоленск урамына тиклем юлдары бүленгән. Ойошма шулай уҡ ҡаланың йәйәүлеләр йөрөгән киҫелештәрҙе, туҡталыштарҙы, йәмәғәт урындарын, тротуарҙарҙы таҙарта.
Подрядсы ойошмаларға беркетелгән урамдар исемлеге менән ҡала биләмәһе сайтында танышырға мөмкин.
Юл йәки урамдарҙы таҙартыу буйынса килеп тыуған һорауҙар менән ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенә 8(34764)-3-71-17 телефон һандары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Күпләп яуған ҡарҙы ҡаланан ситкә сығарыуға айырым иғтибар бүләбеҙ. Юл хәрәкәтенә ҡамасаулаған, водителдәр һәм йәйәүлеләр өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған өйөмдәрҙе ситкә сығарыу мөһим. Үҙ биләмәләрендәге ҡарҙы юл ситенә эттертеп ҡуйған магазин, офис һәм башҡа объект хужалары был турала уйланамы икән? Вайымһыҙ эшҡыуарҙар менән беҙ һүҙҙе ҡыҫҡа тотабыҙ, уларға ҡарата ҡаты саралар күрелә.
Ҡала биләмәһе башлығы Азамат Хәсәнов күпләп яуған ҡарҙан һуң хасил булған ҡар өйөмдәренә айырым иғтибар кәрәклеге хаҡында юҡҡа ғына һүҙ ҡуҙғатманы. Улар, ысынлап та, ҙур хәүеф тыуҙыра.
Эштән ҡайтып барышлай, үҙем дә трактор өйөп киткән тауҙа бала-сағаның сыр-сыу килеп шыуғанын оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Ярай ҙа хәүефле урын түгел ине, бәләһенән баш аяҡ.
Читайте нас: