Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
5 Март 2021, 15:50

Донъя тотҡаһы һин, ҡатын-ҡыҙ!

Республика кимәлендә уҙған «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы гүзәл заттың абруйын күтәреүҙе, уны башҡаларға өлгө итеп күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Республика кимәлендә уҙған «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы гүзәл заттың абруйын күтәреүҙе, уны башҡаларға өлгө итеп күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл да был мәртәбәле сарала төбәк үҫешенә булышлыҡ иткән, республика һәм үҙе йәшәгән райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, балалар үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.
Беҙҙең район данын эшлекле, тырыш һәм аҡыллы алты гүзәл зат яҡланы. Ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһының башҡорт әҙәбиәте менән эшләүсе хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина - «Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт», күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы уҡытыусыһы Сәлимә Ҡолмөхәмәтова - «Ҡатын-ҡыҙ - педагог», «Винни һәм Пух» фирмаһы етәксеһе Марина Семенчук «Ҡатын-ҡыҙ - эшҡыуар», ҡаланың мәҙәни-ял үҙәге методисы Зарина Шерова «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», ҡул эштәре оҫтаһы Гөлсимә Иҫәнғолова «Ҡатын-ҡыҙ - оҫта» номинацияһында еңеү яулаһа, райондың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Асия Латипова «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәтсе» булараҡ билдәләнде һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Улар Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан конкурстың баш ҡалала ойошторолған йомғаҡлау тантанаһында тәбрикләнде.
Был тормошта үҙ урыны һәм тәғәйенләнеше булған яҡташтарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы эшендә яуаплы етәксе, үҙ һөнәренең оҫтаһы, ғаиләһенә ныҡлы терәк, яҡындары өсөн ғәзиз кеше булыуҙан тыш, тыуған ере, теле һәм үҙ милләте һағында торған, донъя тотҡаһы булған гүзәл зат та әле ул.
Валерия КУДРЯШОВА фотоһы.
Читайте нас: