Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
5 Март 2021, 15:00

Ул үҙе лә яҙ миҙгеле кеүек...

Бөгөн 8 март уңайынан район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙары – хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар тәбрикләнде.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Яҙ һәм матурлыҡ байрамы - 8 март уңайынан район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙары – хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әсәйҙәр, апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларҙы күркәм байрам менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы.
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һеҙ тормошто тәрән мәғәнә менән тулыландыраһығыҙ, мөхәббәт, матурлыҡ мөхите булдыра беләһегеҙ. Көслө затты илһамландыраһығыҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ. Һеҙҙең арала етәкселәр, ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, ветерандар бар. Барығыҙ ҙа район үҫешенә тос өлөш индергәнһегеҙ һәм бөгөн дә намыҫлы хеҙмәт итәһегеҙ. Гүзәл заттар алдында барыбыҙ ҙа баш эйәбеҙ. Һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт”, – тине Рөстәм Наил улы һәм лайыҡлыларға Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сара ҡаланың үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт программаһы менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: