Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Ғинуар 2022, 10:50

Керәшен байрамы билдәләнә

19 ғинуарҙа, барлыҡ йылға, шишмә, күлдәге һыуҙарҙың составы үҙгәрҙе, йәғни изгеләнде. Христиандар ғына түгел, башҡа динде тотҡан кешеләр ҙә уйылған мәкегә сумып үҙҙәрен сафландыра. Был матур сара өс көн дауам итәсәк. Һыуҙа сайҡаныу өсөн күпләп кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары күрелә. Районыбыҙҙа бындай мәкеләрҙе бер нисә урында эшләнеләр.

19 ғинуарҙа, барлыҡ йылға, шишмә, күлдәге һыуҙарҙың составы үҙгәрҙе, йәғни изгеләнде. Христиандар ғына түгел, башҡа динде тотҡан кешеләр ҙә уйылған мәкегә сумып үҙҙәрен сафландыра. Был матур сара өс көн дауам итәсәк. Һыуҙа сайҡаныу өсөн күпләп кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары  күрелә. Районыбыҙҙа бындай мәкеләрҙе бер нисә урында эшләнеләр.  Мәләүездә  - ҡала пляжынан 300 метр түбәндәрәк, Шевченко ауылы биләмәһендә - Конаревка ауылынан саҡрым ярым йыраҡлыҡта, Ергән ауылы биләмәһендә - ауылдан йыраҡ түгел Ағиҙел йылғаһында, Нордовка ауылы биләмәһендә - Ашҡаҙар йылғаһында, Нөгөш ауылы биләмәһендә  - Нөгөш йылғаһынан йыраҡ түгел Йылы күлдә, Воскресенский ауылы биләмәһендә - Тор йылғаһында, Корнеевка ауылы биләмәһендә - Һуҡайлы йылғаһында, Первомай ауылы биләмәһендә Ағиҙел йылғаһында Керәшен байрамына һыу инеү урындары әҙерләнде. Йылынып сығыр, кейенеп-сисенер  өсөн палаткалар, тирә-яҡ экологияны бысратмаҫҡа биобәҙрәф, сүп-сар һауыттары урынлаштырыла. Һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар, полиция, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: