Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
28 Ғинуар 2022, 12:15

Һыуһыҙ йәшәп буламы?

24 ғинуарҙа ҡала халҡын һыу менән тәьмин итеүсе магистралдә авария сәбәпле халыҡ һыуһыҙ ҡалды. 26 ғинуарҙа киске 9-ҙан иртәнге 5-кә тиклем урындағы "Водоканал" ойошмаһы авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнде. Эштәр әле лә дауам итә.

Һыуһыҙ йәшәп буламы?
Һыуһыҙ йәшәп буламы?

24 ғинуарҙа, ҡала халҡын һыу менән тәьмин итеүсе магистралдә авария булыу сәбәпле, халыҡ һыуһыҙ ҡалды. 26 ғинуарҙа киске 9-ҙан иртәнге 5-кә тиклем урындағы "Водоканал" ойошмаһы авария эҙемтәләрен бөтөрөү менән шөғөлләнде. Эштәр әле лә дауам итә. Ойошма етәкселеге белдереүенсә, килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн һыуҙы тулыһынса һурҙырып алырға, иретеп-йәбештереү эштәрен башҡарырға һәм системаны яңынан һыу менән тултырырға кәрәк. Бригада был эштәрҙе бөгөн, йәғни, 28 ғинуарҙа тамамларға тырышасағы хаҡында белдерә. Донъя хәлен белеп булмай, һыу булған саҡта тултырып алып ҡалырға тырышығыҙ. 

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: