Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
11 Апрель 2023, 14:13

Мәләүездә юлдарға ремонт яһайҙар

Ҡар менән бергә асфальт та ирей, ти шаяртып халыҡ. Ысынлап та яҙ һайын ошо проблема менән осрашабыҙ. 22 марттан ҡаланың үҙәк урамдарында юл хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ремонт эштәрен башланы

Мәләүездә юлдарға ремонт яһайҙар
Мәләүездә юлдарға ремонт яһайҙар

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ваҡытында ямау мәсьәләһе ситтә ҡалғаны юҡ. Мәләүез ҡалаһы хакимиәте лә уны шәхси контролендә тота. Быйыл муниципалитет урындағы юлдарҙы капиталь ремонтлауҙы планлаштыра. Беренсе май һәм ВЛКСМ- дың 50 йыллығы урамы ремонтланасаҡ.

Районда ла эш алып барыласаҡ: Дарьино ауылы — Өфө-Ырымбур трассаһы, Ергән ауылына Совет урамы һәм Нордовский тыҡрығы, шулай уҡ ҡаланың көнбайыш урауында. Өфө-Ырымбур юлында Ромадановка ауылына тиклем, шулай уҡ Мотай ауылы, Томансы, Самойловка, Первомай ауылы, Ҡыҙрай, Ташлыкүл, Тамъян, Ҡотош, Ҡаран, Ергән, Һабаш, Нурдәүләт ауылы участкаларында ваҡ таш түшәү эштәре ҡаралған.

Юлдарҙы капиталь ремонтлауға республика һәм урындағы бюджеттан 45 миллион һум тотоноу планлаштырылған.

Мәләүездә юлдарға ремонт яһайҙар
Мәләүездә юлдарға ремонт яһайҙар
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: