Конгэк
+22 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
21 Октябрь 2023, 10:15

Мәләүездә бөгөн 12 егетте хәрби хеҙмәткә оҙаттылар

Мәләүездә бөгөн иртән 2023 йылдың көҙгө саҡырылыш кампанияһы сиктәрендә тәүге хәрби хеҙмәткә алыныусылар республика йыйылма пунктына оҙатылды.

Мәләүездә бөгөн 12 егетте хәрби хеҙмәткә оҙаттылар
Мәләүездә бөгөн 12 егетте хәрби хеҙмәткә оҙаттылар

Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариатының саҡырыу пунктына 12 егет килде.

Буласаҡ хәрбиҙәрҙе оҙатвыға ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары һәм яҡындары килгәйне. Йола буйынса, буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларға хәрби комиссар подполковник Олег Тройно өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Район хакимиәте башлығы исеменән егеттәргә административ комиссия рәйесе Рафаэль Рафиҡов мөрәжәғәт итте. Улар балаларға яҡшы хеҙмәт теләне һәм Мәләүездән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, элеккесә, үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәйәсәктәренә һәм яҡташтарын һынатмаясаҡтарына ышаныс белдерҙе, шулай уҡ бер йылдан һуң ир ҡорона инеп, иҫән-имен ҡайтырға теләне. Олег Анатольевич хәрби хеҙмәт кисәге малайҙар өсөн ҡаты тормош мәктәбе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Армия физик яҡтан ғына түгел, ә егеттәрҙең әхлаҡи рухын нығыта, уларға ысын ирҙәр дуҫлығының хаҡын аңларға ярҙам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 октябрҙә башланған көҙгө саҡырылыш 31 декабрҙә тамамлана. Йыл аҙағына тиклем РФ Ҡораллы көстәренә беҙҙең хәрби комиссариат аша тағы ла 12 ебәреү планлаштырыла, саҡырыу кампанияһында бөтәһе 90-ға яҡын егет Ватан һағына баҫасаҡ.

Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: