Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
1 Декабрь 2023, 17:03

Мәләүездә тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде

30 ноябрҙә Мәләүез районы хакимиәтендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үтте.

Мәләүездә тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде
Мәләүездә тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде

Мәләүез халҡы менән осрашыуға Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының архитектура һәм тарихи мираҫ бүлеге начальнигы Айнур Мөслимов килде. Шулай уҡ сарала райондың баш архитекторы Айҙар Фәйзуллин да ҡатнашты.

Айнур Ришат улына мөрәжәғәт итеүселәр «Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексы» мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, атап әйткәндә, Воскресенск картиналар галереяһын федераль мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү, ауылдағы храмды тергеҙеү темаларына ҡағылды. 

- Беҙҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ошо объекттарҙы һаҡлау буйынса эштәр үткәреү кәрәклеге тураһында йөкләмәһе бар. Хәҙер Мәләүез районы, Воскресенск ауыл биләмәһе хакимиәттәре менән берлектә ошо йөкләмәне үтәү юлдарын эҙләйбеҙ, - тип яуапланы Айнур Мөслимов.

Шулай уҡ ул мөрәжәғәт итеүселәргә мәҙәни мираҫ объекттары буйынса проект документацияһын әҙерләү һәм яраштырыу тәртибен, шул иҫәптән ҡомартҡыларҙы һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәт үҙенсәлектәрен; мәҙәни мираҫ объекттары өлкәһендә муниципаль берәмектәр территорияһында ғәмәлдә булған ҡала төҙөлөшө регламенттарын билдәләүҙе; ер эштәренә әҙерлек барышында археологик эштәр үткәреү тәртибен; объекттарҙы заманса файҙаланыуға яраҡлаштырыу мөмкинлектәрен аңлатты.

Фотола Айнур Мөслимов Воскресенск ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Кувайцев менән аралаша.

Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: