Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
18 Декабрь 2023, 17:04

Мәләүездә яуаплы кампанияға әҙерлек башланды

Уҙған аҙнала район хакимиәтендә участка һайлау комиссиялары рәйестәре менән кәңәшмәлә Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

Мәләүездә яуаплы кампанияға әҙерлек башланды
Мәләүездә яуаплы кампанияға әҙерлек башланды

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Григина Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һәм муниципаль райондың ауыл биләмәләре советтары депутаттарын һайлау буйынса үткән һайлау кампанияларына йомғаҡ яһаны. Шулай уҡ һайлау алды агитацияһын алып барыу тураһындағы закон талаптарын теүәл үтәү мәсьәләләренә, участка һайлау комиссиялары эшенә һәм уҙған тауыш биреү кампанияһындағы аныҡ миҫалдарға иғтибар йүнәлтеп, әҙерлек һәм үткәреү барышында килеп тыуған хәлдәрҙе тикшерҙе.

Бынан тыш, Татьяна Николаевна участка комиссиялары составы резервына өҫтәмә ҡабул итеү өсөн кандидаттар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителеүе хаҡында хәбәр итте, ул һайлауҙы ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙә һәм сайттарҙа рәсми аккаунттар менән эшләүе хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе.

Алдағы йылда төп бурыс - Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреү. Ошоноң менән бәйле территориаль һәм участка һайлау комиссияларын яуаплы һәм көсөргәнешле эш көтә: һайлаусыларға адреслы мәғлүмәт биреү, һайлау участкаларын рәсмиләштереү, һайлау кампанияһын үткәргәндә көнүҙәк булған документтар әйләнешен алып барыу. 17 февралдән 7 мартҡа тиклем бөтә ил буйынса участка һайлау комиссиялары һайлаусыларға тауыш биреү ваҡыты, урыны һәм формалары хаҡында хәбәр итергә бурыслы. Был яуаплы эш «ИнформУИК» махсус мобиль ҡушымтаһын файҙаланып үткәреләсәк.

Мәләүездә яуаплы кампанияға әҙерлек башланды
Мәләүездә яуаплы кампанияға әҙерлек башланды
Мәләүездә яуаплы кампанияға әҙерлек башланды
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: