Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Мәләүез китапханаһында таланттар нөктәһе асылды

Мәләүез үҙәк балалар китапханаһында йәш таланттар туплау нөктәһен асыу тантанаһы үтте.

Мәләүез китапханаһында таланттар нөктәһе асылды
Мәләүез китапханаһында таланттар нөктәһе асылды

Сарала 3-сө гимназия уҡыусылары, ҡала китапханалары мөдирҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Проекттың кураторы, Үҙәк балалар китапханаһы мөдире Наталья Иванова Рәсәй Президенты В. В. Путин иғлан иткән «Мәҙәниәт» милли проекты хаҡында һөйләне.
РФ мәҙәниәт министрлығы 2021 йылда бөтә ил буйынса ижади кешеләрҙе берләштергән ведомство проектын башлап ебәрҙе. Уның маҡсаты - китапханаларҙа махсус лабораториялар ойоштороп, халыҡтың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү. Ябай итеп әйткәндә, был майҙансыҡҡа теләгән һәр кем үҙенең идеяһы менән килеп, уны тормошҡа ашырыу буйынса белем, һөнәри тәжрибә ала. Таланттарҙы туплау нөктәһе бының өсөн кәрәкле мәғлүмәт-техник ресурстарға эйә булырға, ярҙамға куратор булырға тейеш. Ул мөрәжәғәт итеүсенең проект эше менән шөғөлләнә, партнерҙар эҙләшә, тематик саралар ойоштора, ҡулланыусыларға ижади өлкәләр буйынса мәғлүмәт тупларға, башланғыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Проект креатив индустрияның 14 төп йүнәлешен үҙ эсенә ала: дизайн, сәнғәт, IT (АйТи), музыка һәм саунд-дизайн, телевидение, мода, мәғариф, маркетинг, уйын эшләү, нәшриәт эше һәм журналистика, яңы медиа, кино, компьютер графикаһы, архитектура һәм урбанистика. Бөгөн Рәсәйҙең 79 субъектында 420 ижади лабораторияһы эшләй. Былтыр конкурса республиканан ете китапхана еңеп сыҡты, улар араһында - беҙҙең Үҙәк балалар китапханаһы.
Проект менән таныштырғандан һуң Наталья Юрьевна китапхана эргәһендә йәш блогерҙар клубын ойоштороу тураһында хәбәр итте. Уның сығышын урындағы журналистар тулыландырып, һөнәр нескәлектәре тураһында һөйләне. Балалар һәм үҫмерҙәр ижад йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы, SММ-менеджер Рәсимә Йомағолова социаль селтәрҙәрҙә эш нескәлектәре, авторлыҡ хоҡуғын һәм интернет этикетын үтәү тураһында лекция менән сығыш яһаны, шәхси блогты дөрөҫ алып барыу һәм клиптар төшөрөү буйынса кәңәштәр бирҙе.
Сараны дауам итеп, ҡатнашыусылар Шарль Перроның «Ҡыҙыл эшләпә» әкиәте буйынса өс клип төшөрҙө, балалар әле генә алған белемдәрен бик теләп ҡулланды.
Киләсәктә Үҙәк балалар китапханаһындағы ижади лабораторияла төрлө темаларға лекциялар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар планлаштырыла. Беренсе Май урамы, 10 а адресы буйынса урынлашҡан Үҙәк балалар китапханаһындағы ижади лабораторияға рәхим итегеҙ.
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
Автор фотолары.

Мәләүез китапханаһында таланттар нөктәһе асылды
Мәләүез китапханаһында таланттар нөктәһе асылды
Мәләүез китапханаһында таланттар нөктәһе асылды
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: