ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Сентябрь 2017, 11:36

Әсә булыу

Әсә булыу ҡатын-ҡыҙға ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та өҫтәй “Балаларым киләсәктә, һис шикһеҙ, үҙ юлын, тәғәйенләнешен табыр, тип уйлайым”, - ти күптән түгел генә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Ләйсән Мәхмүтова.

Ләйсән Рәфис ҡыҙының әле утыҙы ла тулмаған, ә шулай ҙа алты бала әсәһе исемен йөрөтә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең әсәлек бурысы, балаларының яҙмышы тураһында ололарса фекер йөрөтөүе һоҡланыуға лайыҡ.
-Киләсәктә бәләкәстәрҙең ниндәй кеше булып үҫеүҙәре, башлыса беҙгә, йәғни атай-әсәһенә бәйле. Шуға күрә һәр береһен һау-сәләмәт үҫтереп, уларҙың һәләтен бойомға ашырыу, үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ, - ти ул.
Ләйсән бала саҡтан күп балалы әсәй булырға хыяллана. Кейәүгә сығып, бер-бер артлы балаға уҙыуын күргәс, замандың ҡатмарлылығын, йәштәрҙең йәшәргә торлағы булмағанлығын иҫәпкә алып, күптәр уны кире ҡарарға килтерергә уйлай. Әммә йәш әсәй ниәтенән кире ҡайтмай.
-Тормош бер ҡасан да еңел булмаған. Бөгөнгө өлкән быуын рәхәтлектә йәшәгәнме ни? Элек бер кем дә йәшәү ауыр тип, балаларының ғүмерен ҡыймаған бит - ғаиләләрҙең бөтәһе тиерлек күп балалы булған, - ти Ләйсән Рәфис ҡыҙы. - Бала табыу - бер, уларға күркәм тәрбиә биреү - икенсе мәсьәлә, быны мин бик яҡшы аңлайым. Шуға ла бәләкәстәргә яҡшы әсәй булыу өсөн ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләйем. Тәрбиә эшендә яҡындарым да ихлас булыша, айырыуса әсәйемдең, Рафаэль ағайымдың терәк-таянысын ныҡ тоям. Уларға ҙур рәхмәтлемен.
Ләйсән һәм Азат Мәхмүтовтар балаларына бик матур исем ҡушҡан: иң өлкәне - Айнур, ул быйыл 1-се класҡа уҡырға барған. Уның кесе туғандары Ильяс, Әлиә, Ислам, Гөлиә, Гүзәлиә исемле. Иң бәләкәстәренә әле - 2 генә ай.
“Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү тантанаһына Өфөгә саҡырыу алғас, йәш әсә тәүҙә ҡаушап ҡала. Был награданың үҙенә тағы ла ҙурыраҡ, етдиерәк яуаплылыҡ һалғанын йөрәге менән тоя. Шул уҡ ваҡытта уның күңелен ғорурлыҡ хисе биләй.
-Балаларыма лайыҡлы тәрбиә биреп, был миҙалға эйә булыуымды аҡларға тырышасаҡмын. Был - минең һәм бәләкәстәрҙең атаһының төп бурысы. Ятһам да, торһам да тәүфиҡлы, аҡыллы, иманлы булып үҫһендәр, улар менән ғорурланырға, уларҙың уңышына ҡыуанып йәшәргә насип итһен ине, тип теләйем, - ти әсә.
Һүрәттә: “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Ләйсән Мәхмүтова балалары менән.
Автор фотоһы.
Читайте нас: