ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Ноябрь 2017, 14:41

Баланың балаһын һөйөү - ғүмерҙең иң татлы миҙгеле

“Шундай кешеләр була: улар янындаүҙеңде ышаныслы, ирекле тояһың, - ти бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы ТәнзиләАбсаликова һәм шунда уҡ миҫалға үҙенең тормош иптәшен килтерҙе.

- Ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүебеҙгә оҙаҡламай 35 йыл тула. Ошо дәүерҙә ниндәй генә һынау килмәһен, һәр ваҡыт уның ныҡлы иңен, терәген тойоп йәшәйем. Ғаилә эштәрендә лә, балалар тәрбиәләүҙә лә оло таяныс ул”.
Тәнзилә Ғәҙелхан ҡыҙын белгәндәр уның үҙе тураһында ла, сер һыйыр дуҫ, яуаплы, яҡындарына, эшенә, һүҙенә тоғро, ышаныслы кеше, ти.
Тәнзилә Абсаликова сығышы менән Мишкә районы Иштебай ауылы ҡыҙы. Күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ Өфө полиграфия училищеһын тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡала типографияһында хеҙмәт биографияһын башлай. Тап ошонда осраша ул Күгәрсен районынан командировкаға килгән Кәбир Абсаликов менән.
-Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, тине ул миңә, - тип, бик йылы тойғолар менән хәтергә ала йәшлек йылдарын Тәнзилә апай. - Ысынлап та, ғүмер буйы яратыуын, хөрмәтен тойоп йәшәйем. Уның менән ҡатын-ҡыҙ һәм әсәй бәхетен татыным.
Тәнзилә Ғәҙелхан ҡыҙы полиграфист һөнәрен һайлап та яңылышмаған. 1985 йылдың 11 сентябрендә Стәрлетамаҡтан Мәләүез ҡала типографияһына күсә. Тырыш, яуаплы, ярҙамсыл булыуы менән коллективтың да, етәкселектең дә шунда уҡ абруйын яулай. Оҙаҡ йылдар баҫмасы булып эшләй. Намыҫлылығы, фиҙаҡәрлеге өсөн күп тапҡыр тармаҡтың Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
-Шулар араһында иң ҡәҙерлеһе, моғайын, верстка буйынса республика конкурсында ҡатнашып, маҡтаулы икенсе урын алыуым булғандыр. Сарала Башҡортостандың 13 төбәгенән иң һәләтле, көслө белгестәр ҡатнашты. Улар менән бер рәттән конкурс һынауҙарын үтеп, призлы урын алыуым минең үҙ-үҙемә ышанысымды арттырҙы. Мин тағы ла тырышып ижади эшләй башланым. Яратҡан һөнәрем һәм эшемде аңлаған ғаиләм булыуым менән яҙмышыма бик рәхмәтлемен.
Ғөмүмән, Тәнзилә Ғәҙелхан ҡыҙы - эшенән дә, ғаиләһенән дә, эргә-тирәһендәге кешеләрҙән дә ҡәнәғәт булған бик һирәк кешеләрҙең береһе.
-Һәр ваҡыт, ниндәй генә шарттар булмаһын, хеҙмәттәштәремдең, туғандар араһында ла хөрмәт иткәндәрен тойоп йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙем дә кешегә ихтирам күрһәтергә, яҡты йөҙлө булырға тырышам, сөнки үҫентеләр ҡояшҡа нисек үрләгән кеүек, кеше лә йылы мөнәсәбәткә, һүҙгә, ҡарашҡа мохтаж.
Тәнзилә һәм Кәбир Абсаликовтар Алһыу һәм Әлфиә исемле ике ҡыҙға ғүмер биргән һәм үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырған. Бөгөн улар - балаларының балаларын ҡулға алып, ғүмерҙәренең иң татлы миҙгелен кисергән бәхетле өләсәй-олатай. Эштән саҡ ҡына бушаған арала ейән-ейәнсәрҙәре менән тәбиғәт ҡосағына сығалар, ял итәләр. Йорт-ихаталағы мәшәҡәттәрҙе лә бергә эшләйҙәр.
-Берҙәмлек, эшһөйөүсәнлек, туған йәнле булыу, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүҙе төп ҡиммәт итеп һеңдергән атай-әсәй өлгөһөн балаларыбыҙға ла бирергә тырыштыҡ, - ти Тәнзилә апай.
Һүрәттә: Тәнзилә Абсаликова.
Фото архивтан.
Читайте нас: