ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Ноябрь 2017, 14:22

Полиция хеҙмәткәрҙәре йәмғиәттә тәртип урынлаштырыуҙы иңенә һалған һөнәр эйәләре

Полиция формаһындағы кешене күреү менән власть, закон һәм ғәҙеллектигән төшөнсәләр күҙ алдына килеп баҫа. Граждандарҙың именлеге, урамдарҙағытәртип һәм хәүефһеҙлек, уларҙың киләсәккә булған ышанысы тап Эске эштәроргандары хеҙмәткәрҙәренә туранан тура бәйле.

Һүҙем үҙенең бөтә ғүмерен хоҡуҡ һаҡлауға бәйләгән патруль - пост хеҙмәте бүлексәһе командиры, майор Фирҙәт Вәлитов хаҡында булыр.
Ул 1967 йылда Федоровка районының Юрматы ауылында тыуған. Ауыл мәктәбенең 8 класын бөтөргәс, һөнәрселек училищеһында белем ала. Артабан Мәләүез механик-техник техникумында уҡырға инеп, юрист һөнәрен үҙләштерә. 1986-1988 йылдарҙа Краснодар крайында, төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәй. Үҙенең хеҙмәт юлын 1989 йылда Мәләүез Эске эштәр бүлегендә башлай һәм бөгөнгө көндә лә уңышлы эшләп йөрөй. Полицияға эшкә килеү теләге бәләкәйҙән була. Ата-әсәһенең кешеләргә ҡарата ғәҙеллек, әҙәплелек, яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләүе – ошо хеҙмәткә килергә этәргес була ла инде.
“Иң мөһиме ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғаларҙы булдырмаҫҡа тырышыу, эш барышын контроль аҫтында тотоу. Ҡайһы бер ваҡыттар егеттәрҙең һәр береһе менән шәхси эшләргә тура килә. Уларҙы бар яҡлап үҫтереү, тәрбиәләү талап ителә. Патруль-пост хеҙмәте тиҙ арала ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәр саҡ әҙер. Юл-транспорт хәүефһеҙлеген, йәмғиәттә тәртип булдырыу, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү - төп бурысыбыҙ,” - ти Фирҙәт Тимерғәли улы.
Һуңғы 10 айҙа патруль-пост хеҙмәте бүлексәһендә 57 енәйәттә ғәйеплеләр асыҡланған һәм закон буйынса яуап биргән. 2250 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Эске эштәр органдарына эшкә йәштәр күпләп килә. Бигерәк тә 19-20 йәшлек егеттәр хеҙмәт итергә теләк белдерә. Уларҙы һайлаған саҡта бар яҡтан тикшерелә. Физик яҡтан тап килергә, белеме, әхләҡи йөҙө яуаплылыҡ, тәртип - былар барыһы ла юғары кимәлдә булырға тейеш. Артабан улар менән төрлө үҫеш йүнәлешендә эш алып барыла.
Әлеге көндә Фирҙәт Тимерғәли улының етәкселегендә 51 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла - һайлау үткән кадрҙар. Эштә һынатмайынса, юғары һөнәри оҫталыҡҡа өлгәшеп, һәр береһе үҙенең эшен белеп башҡара, командирҙарына бар яҡлап ярҙам итергә тырышалар.
Ҡатыны Наилә Нәсих ҡыҙының яҡшы тыл тыуҙырыуы эштә юғары уңыштарға үрләргә көс бирә. Көндөҙ ҙә, төндә лә ал-ял белмәй эшләгән саҡтарында ҡатыны уға терәк тә, таяныс та. Улар бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Фирҙәт Тимерғәли улы 28 йыл эш дәүерендә үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр бүлегенең маҡтаулы хеҙмәткәре исеменә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан бирелгән “Хеҙмәттә айырым уңыштары өсөн” I, II, III, дәрәжәле миҙалдарына һәм «Енәйәтселек менән көрәштә айырым уңыштары өсөн” билдәһенә лайыҡ була. Шулай уҡ бик күп Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған, барыһы ла уның менән ғорурлана, хөрмәт инә һәм һоҡлана. Киләсәктә Фирҙәт Тимерғәли улына яуаплы, намыҫлы хеҙмәтендә яңы үрҙәр һәм уңыштар юлдаш булһын.
Һүрәттә: патруль-пост хеҙмәте бүлексәһе командиры, майор Фирҙәт Вәлитов.
Читайте нас: