Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
21 Ноябрь 2017, 13:33

Мөһим мәсьәлә

Бала алып тәрбиәләргә йыйынған атай-әсәйҙәр иғтибарына!

Тәрбиәгә бала алырға теләгән граждандарҙың төрлө уй кисереүе тәбиғи, сөнки был - бала һәм йәмғиәт алдында оло яуаплылыҡ.
Шуға күрә был етди аҙым яһар алдынан һәр кешегә һайлап алыу, тикшереү һәм артабан тәрбиә буйынса уҡыу-күнекмә үтеү зарур.
Билдәле булыуынса, 2012 йылдың 1 сентябренән ғаиләгә бала алырға теләгән граждандарҙы мотлаҡ әҙерләү тураһында 351-се Федераль закон үҙ көсөнә инде.
Комплекслы әҙерлек программаһы ғаиләләргә үҙенең көслө яғын асыҡлау һәм балалар учреждениеһынан бала алып тәрбиәләү мөмкинлеген бирә, баланың теге йәки был ҡылығын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Бынан тыш, ғаиләгә бала алырға тигән ҡарарын нығытырға йәки унан баш тартырға булышлыҡ итә. Бындай ҡарар ҙа шулай уҡ хөрмәткә лайыҡ, сөнки кандидаттар бала алырға әҙер түгеллеген үҙ ваҡытында таный һәм улар балаларҙы күңел йәрәхәте алыуҙан һаҡлай.
Уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алғандарҙың ғәҙәттә бала тәрбиәләү тәжрибәһе булмай. Шуға күрә уларҙы бала ҡарау, көн һәм туҡланыу режимын ойоштороу, йәш үҙенсәлеге кеүек һәм башҡа һорауҙар борсой.
Тәрбиәгә бала алғандар - улар һөнәрмән атай-әсәйҙәр, шуға күрә улар бала тәрбиәләү һәм үҫтереү буйынса бурыстарҙы грамоталы үтәргә, аҫрау ғаиләләр менән эшләгән белгестәр менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш.
Опекундар булып йыш ҡына баланың туғандары, башлыса олатайҙары, өләсәйҙәре сығыш яһай. Уның сәбәбе - үҙ баларының алкоголгә, наркотикка бәйлелеге, эҙләүҙә булыуы, иркенән мәхрүм ителеүе. Был осраҡта, тәү сиратта, ғаиләлә бала-атай-әсәй мөнәсәбәтен төҙөү үҙенсәлектәренә бәйле мәсьәләне хәл итеү мөһим.
Тәжрибәнән күренеүенсә, төркөмдә шөғөлләнеү стиле, темпы буйынса айырыла, әммә ғаиләгә алған баланың йәш үҙенсәлегенә, күңел кисерештәренә, яҡлау механизмына, холҡона ҡағылышлы юридик, медицина, психология аспекттары үҙгәрешһеҙ ҡала.
Опека һәм попечителлек бүлеге тәрбиәгә бала алырға теләгәндәрҙе, төркөм комплектләнһә, уҡыуға ебәрә. Беҙҙең районда был хеҙмәтте Башҡортостан идаралыҡ һәм технологиялар институты (Мәскә дәүләт идаралыҡ һәм технологиялар университеты филиалы) башҡара. 2013 йылдан алып атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған 67 баланы тәрбиәгә алған103 кеше уҡыны.
Мәғлүм булыуынса, ғаилә һәр кеше өсөн мөһим урын уйнай. Бала яҡындарының иғтибарына, һөйөүенә сорналырға, тыуған йортоноң йылыһында үҫергә хоҡуҡлы. Тап ғаиләлә генә бала дөйөм кешелек ҡиммәттәре, халыҡтың традициялары тураһында төшөнсәгә эйә була. Бала тәрбиәләү ҙур сығым талап иткән ауыр хеҙмәт икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.
Беҙҙең бурыс - йәтим балаларға лайыҡлы ғаилә табырға, йәмғиәттә ғаиләне алмаштырған граждандарҙың абруйын күтәрергә, ғаилә мөнәсәбәттәренең ыңғай тәжрибәһен таратырға ярҙам итеү.
Бәхетле булырға теләгән, өмөт сатҡылары янған балаларҙың күҙ ҡарашы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип уйлайбыҙ.
Буласаҡ атай-әсәйҙәр, беҙ һеҙҙе Ленин урамы, 150 адресы буйынса опека һәм попечителлек бүлегендә көтәбеҙ. Ҡабул итеү көндәре: дүшәмбе - көндөҙгө 2-нән 5-кә тиклем; кесе йома - иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Әлфиә Сабитова, опека һәм попечителлек бүлеге баш белгесе.
Читайте нас: