ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Ноябрь 2017, 16:17

Балалары уны ҡояшҡа тиңләй

Ул, ысынлап та, күк есемдәреараһындағы ошо иң ҙур, сағыу йондоҙға оҡшап тора. Яҡты нур һибеп торған асыҡҡараш, көләс йөҙ, тулҡынланып торған йомшаҡ бөҙрә сәс...

Ә иң мөһиме, йылылыҡ һәм изгелек бөркөлгән ихлас күңел. Тап ошо сифаттары менән кешене үҙенә ылыҡтыра, иғтибарҙы йәлеп итә Роза Бикбулатова.
Роза Рәшит ҡыҙы - күп балалы әсәй. Хәләл ефете Ринат Рим улы менән дүрт балаға ғүмер биргән улар. Оло улдары Таһир - Башҡортостан кооператив институты студенты. Ҡыҙҙары Рәсимә - буласаҡ банк хеҙмәткәре. Нәркәс менән Динийәр - Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Әсәй менән атай балаларын төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Оло тормош юлына лайыҡлы баҫтырыу өсөн белемдән тыш, тағы бик күп талап ителгәнен яҡшы аңлай әсә. Иң беренсе, үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырыша, сөнки бөгөнгө тиҙ үҙгәреүсән осорҙа йәштәргә үҙ аллы ҡарар ҡабул итә белеү бик мөһим. Шуға ла ғаилә советында һәр бала уҡыу йылына үҙенә маҡсат билдәләй һәм шуға ынтыла.
- Көс етмәҫтәйгә үрелмәҫкә, бәләкәйерәк маҡсат ҡуйырға һәм шуға өлгәшергә кәңәш итәбеҙ. Шөкөр, балаларыбыҙ ҡыуандырып ҡына тора. Һәр береһенең яратҡан шөғөлө бар һәм уңыштары ла етерлек. Таһир мәктәптә лә, институтта ла ҡурайынан айырылмай, белем биреү учреждениеларында үткән сараларҙа әүҙем, еңел атлетика буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып һөйөндөрә. Рәсимәбеҙ Өфөлә “Мир” комплексына бейеү түңәрәгенә йөрөй, “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнергә хыяллана. Бәләкәстәре лә ағай-апайҙарынан ҡалышмай: спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, - ти Роза Бикбулатова.
Әсәй-атай балаларының ялын да файҙалы һәм күңелле ойошторорға тырыша. Изге Торатау, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Мораҙым тарлауығы кеүек Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында ял итергә яраталар, баш ҡаланың бөтә театрҙарында булғандар. Киләсәктә Арҡайымға барырға, Ағиҙел буйлап ағып төшөргә хыялланалар. Ғөмүмән, татыу ғаиләнең бер генә буш ваҡыты ла юҡ. Йәйҙең бер көнөн дә ҡул ҡаушырып үткәрмәйҙәр: еләк-емеш йыялар, баҡса үҫтерәләр, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Үҙҙәренең артып ҡалғанын баҙарға алып һатыу форсатын да ҡулдан ысҡындармайҙар. Хеҙмәттә сынығып үҫкәндәр был тормошта юғалып ҡалмағанын белә Бикбулатовтар. Күп балалы ғаилә булараҡ, быйыл улар социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алған. Әлеге ваҡытта улар балалары менән бергә әсәй һәм атай яғынан туғандарын барлап, шәжәрәләрен төҙөү эшен алып баралар.
- Балаларыбыҙ киләсәктә туғандарҙы үҙ иткән, маҡсатҡа ынтылыусан, намыҫлы кеше, тыуған райондарының, республиканың файҙалы ул һәм ҡыҙҙары булыуын теләйбеҙ, - ти Роза Рәшит ҡыҙы.
Ә балалары әсәйҙәренең һәр ваҡыт ҡояш кеүек йылмайып тороуын теләй. Шуға ла бөгөн яҡын кешеләренең һүҙенән тайпылмай, уларҙың аҡыллы кәңәштәрен тотоп, тырышып уҡыйҙар.
Һүрәттә: Әсә бәхете - балаларҙа.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: