ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Декабрь 2017, 12:48

Үҙ эшенең оҫтаһы

Дамир Камил улы Дауытов 1968 йылда Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән. 1972 йылда Дауытовтарғаиләһе Башҡортостанға баш ҡалаға күсә.

Атаһы Камил Хәлим улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Өфөлә мәктәп директоры булып эшләгән. Бөгөнгә, Камил Дауытовтың әсәһе иҫән, шулай уҡ үҙ тормошон балалар уҡытыуға арнаған.
Дамир Камил улы, мәктәпте тамамлағас, Өфө Медицина университетына уҡырға инә. Армияла медицина-санитар инструкторы була. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, уҡыуын тамамлай һәм тормош иптәше Әлфиә менән 1991 йылда Мәләүез ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай.
- 1994 йылдан бөгөнгә тиклем мин балалар поликлиникаһында эшләйем. Әлфиә Альберт ҡыҙы балалар инфекционисы, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ҙур ҡыҙым кейәүҙә, бер ейәнебеҙ бар, икенсе ҡыҙым 11-се класта уҡый, артабан беҙҙең юлды дауам итергә, - Медицина унивеситетына уҡырға инергә - планлаштыра, - тине Дамир Дауытов.
Дамир Камил улы үҙе бәләкәйҙән башҡаларға файҙа күрһәтеүҙән ҡәнәғәтлек тапҡан, һәр кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан. Атаһы һәм ҡартатаһы уның киләсәктә врач булырына ышанған. Етенсе класта уҡығанда уҡ киләсәген яҡшы күҙаллаған Дамир хыялына өлгәшкән.
Бөгөн ул балалар поликлиникаһында ДЦП, эпилепсия, төрлө нервы ауырыуҙарҙан дауалай, шулай уҡ баш ауыртыу, баш әйләнеү, умыртҡа сирҙәре менән уға мөрәжәғәт итәләр.
Дамир Дауытов иртәнән кискә тиклем ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Көнөнә 70-кә яҡын сирлене ҡарай. Һәр береһенең хәлен аңлау, дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау өсөн бөтә көсөн, белемен бирә ул. Егерме йылдан артыҡ эшләгән Дамир Камил улы һәр ауырыуҙың билдәләрен аныҡ күҙаллай, әммә тәжрибәгә таянып, һәр пациентҡа айырым дауа билдәләй.
Врач булараҡ Өфөлә, Мәскәүҙә, Австрияла белемен камиллаштыра. Хәҙерге ваҡытта умыртҡа сирҙәренең “йәшәреүен” билдәләй һәм киләсәктә Прагала мануаль терапия институтында ошо йүнәлештә һөнәри оҫталығын күтәрергә планлаштыра.
Дамир Дауытов невролог, мануаль терапевт булараҡ йыш ҡына көньяҡ райондарҙан Күгәрсен, Йылайыр, Бөрйән һәм Салауат, Ишембай, Сибай яҡтарынан дауаланырға киләләр. Ул балаларҙы ла, ололарҙы ла - ҡабул итә.
- Хәҙерге ваҡытта ауырығандар күп. Икенсе райондарҙан килеүселәрҙең күплеге неврологтарҙың, ғөмүмән, белгестәрҙең ейтмәүен күрһәтә. Был - бөгөн ҙур проблема.
Дамир Камил улы ауыл халҡына айырыуса иғтибарлы, улар яуаплы, ышаныслы һәм изге кешеләр булһа ла, үҙ һаулыҡтарына иғтибарһыҙ, ауыртыу көсәйгес кенә мөрәжәғәт итәләр. Врач тағы бер тапҡыр иҫкәртә: сирҙе аҙғансы дауаларға кәрәк.
Дамир Камил улын икенсе ҡалаларға саҡырыусылар күп, әммә ул Мәләүездән күсенергә йыйынмай, сөнки бында уның яратҡан халҡы, яратҡан урыны, киләсәктә лә бында эшләүенә ышанабыҙ.
Һүрәттә: Дамир Дауытов, невролог, мануаль терапевт.
Автор фотоһы.
Читайте нас: