ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Декабрь 2017, 14:08

Халҡына, яҡташтарына, һайлаусыларына һәр ваҡыт тоғро

Уҡытыусы, врач, яҙыусы. Депутат, ярҙамсы, кәңәшсе. Уйлап табыусы, хажи. Көнгәк тауының ыласыны, тыуған еренә ереккән имән ағасы...

Уҡытыусы, врач, яҙыусы. Депутат, ярҙамсы, кәңәшсе. Уйлап табыусы, хажи. Көнгәк тауының ыласыны, тыуған еренә ереккән имән ағасы...
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары һүҙ бер кеше тураһында барғанын шунда уҡ аңланы. Күренекле яҡташтары, алтын ҡуллы хирург менән осрашырға улар күптән хыяллана ине. Айырыуса буласаҡ һөнәрен һайлау алдында торған өлкән класс уҡыусылары өсөн фәһемле булды был сара. Мәләүез еренең арҙаҡлы шәхесен аяғүрә баҫып, ҡул сабып ҡаршы алды улар.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы директоры Ләлә Рафиҡова медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 1-3 саҡырылыш депутаты Венер Сәхәүетдиновты сәләмләп, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәш быуын менән осрашыуға килеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Венер Ғәзиз улы, үҙ сиратында, осрашыу бик яҡшы булыуын билдәләне.
Гимназистарҙы, иң беренсе, әңгәмәселәренең, атай-әсәһе, хирургҡа хас сифаттар, яҙыусы һәм депутатлыҡ эшмәкәрлеге тураһында һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Венер Ғәзиз улы һорауҙарға тулы, аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс яуап бирҙе, матур хәтирәләре, иҫтәлекле ваҡиғалар менән нығытты. Буласаҡ профессор һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа совет мәктәбендә белем алып, дәрестән буш ваҡытында уҡытыусы булып эшләгән атай-әсәһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, тырыш хеҙмәттә сынығып үҫкән. Әҙәплелек, ярҙамсыллыҡ, ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек иң күркәм кешелек сифаттарын тап ошо яҡын кешеләренән алған. Телһөйәр һәм илһөйәрлеге лә атай-әсәһенән.
Уҡыусылар яҡташтарының тормош юлы, халҡы, яҡташтары, һайлаусылары хаҡына фиҙаҡәр һәм намыҫлы эшмәкәрлеге йәш быуынға, ысын мәғәнәһендә, өлгө булыуын төшөндө. Врач булараҡ, Венер Ғәзиз улы автомобилдә, юлда, самолетта, хатта Мәккәгә хаж ҡылғанда ла мохтаждарға тәүге ярҙам күрһәтеүен, Мәскәүҙә ординатура, аспирантурала уҡыуын 5 йыл урынына 2 йылда тамамлауын, хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу булыуын, депутат булып эшләгәндә бик мөһим 8 закон эшкәртеүен белделәр.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ шулай уҡ яҙмышында мөһим урын уйнаған мәктәп уҡытыусыларына, медицина институты преподавателдәренә, студенттарына, тормош һабағы биргән кешеләргә күңелендә һәр ваҡыт йылы тойғолар йөрөтөүен белдерҙе.
Венер Сәхәүетдиновтың үҙенә рәхмәтлеләр ҙә бик күп. Хирург һәм депутат булараҡ күп яҡташтарына ярҙам итте ул. Рәхмәтле мәләүездәр исеменән Мәрйәм Күсмәева, Гөлнур Семенова, Юнир Кинйәбаевтар сығыш яһаны. Уҡыусыларға Венер ағайҙары кеүек тырышып уҡырға, сәләмәт тормош алып барырға, ҡуйған маҡсатҡа ынтылырға кәңәш итте. Әңгәмә гимназистарҙың музыкаль сәләмдәре менән үрелеп барҙы. Һәр бейеүҙе, йырҙы улар күренекле яҡташтары Венер Ғәзиз улына бағышланы.
Һүрәттә: медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы Венер Сәхәүетдинов менән осрашыу ваҡытында.
Автор фотоһы.
Читайте нас: