Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Декабрь 2017, 18:25

Тырышлыҡта - көс

Быйыл район ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәште

Баҫыу эштәрен тотош тамамлағас, хужалыҡтар үҙ хеҙмәтсәндәрен данлап, айырым байрам үткәрҙе. “Ашҡаҙар” кооперативы ла быйыл рекордлы уңыш алды. Дөйөм сәсеүлек майҙаны - 18 мең гектар, иген культураларының уртаса гектар ҡеүәте - 42,5 центнер, бөтәһе 43,3 мең тонна йыйылған. Хужалыҡ тарихында бындай уңыш күптән булғаны юҡ. Был - бөтә хеҙмәтсәндәрҙең тырышлығы менән өлгәшелгән еңеү. Яланда көнө-төнө тир түккән 200 кеше бөгөн фермала тырышып эшләй.
“Ашҡаҙар” кооперативы етәксеһе Илдус Хәлитов танатанала намыҫлы хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов та сығышында хужалыҡты маҡтап, заман менән бергә атлау уңыш нигеҙе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, хужалыҡ 69 миллионға яңы техника һатып алған, Рәсәйҙәге заманса алты һиптергестең өсәүһе -“Ашҡаҙар”ҙа.
Илдус Тимерхан улы уңған ауыл эшсәндәрен Маҡтау грамотаһы, аҡсалата премия тапшырҙы һәм ?байрам менән ҡотлап быҙауҙар бүләк итте. Сара концерт менән тамамланды, баш ҡала йырсылары ла сығыш яһаны.
Тимерхан Ҡайғолов бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан эшен дауам итә, ваҡыты менән иҫәпләшмәй водитель.
- Мин бында инде 43 йыл, армияға тиклем башлағайным, хеҙмәт итеп ҡайтҡас дауам иттем. Төрлө транспортта йөрөргә тура килде, әле КАМазда эшләйем, эшләй алыуыма бик шатмын, - тине пенсионер.
Тимерхан Нәбиулла улының Маҡтау грамоталары, Дипломдарының иҫәбе-хисабы юҡ. 2015 йылда ауыл хужалығы буйынса? атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған. Йәшенә ҡарамай Тимерхан Ҡайғолов егеттәр кеүек етеҙ, ярҙамсыл, эштән ауырһынмай. Абруйлы хеҙмәткәрҙе хөрмәт итәләр. Тормош иптәше Миңзилә Ҡайғолова менән 3 ҡыҙ һәм 1 малай үҫтергәндәр һәм әлегә 3 ейәне бар.
“Ашҡарҙар” хужалығында бына шундай тырыштар эшләгәнгә лә эштәре уңып бара.
Һүрәттә: “Ашҡаҙар” коооперативының Атҡаҙанған хеҙмәткәре Тимерхан Ҡайғолов.
Автор фотоһы.
Читайте нас: