ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Декабрь 2017, 17:30

Мөғжизә көткәндәргә ул ысын Ҡыш бабай һымаҡ

25 декабрҙә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатыНиколай Курапов үҙенең 68 йәшен билдәләне. Ул - Новосибирск өлкәһе Коченевскрайоны Буньково ауылынан.

Көслө характерлы ауыл малайы ҡыйыу, ярҙамсыл булып үҫә. Холҡондағы тап ошо сифаты бөгөн дә ысын күңелдән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, төрлө мәрхәмәтлек акциялары ойоштороуға этәрә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Новосибирск электротехника институтында юғары белем ала, артабан ситтән тороп Бөтә Союз политехника институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1973-2000 йылдарҙа өлкән дежур инжерер вазифаһында, һуңғараҡ юғары вазифаларҙа дауам итә. Бөгөн ул “Ишсталь” йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары. Николай Андреевич күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған.
Шулай уҡ ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге “Башҡортостан Республикаһында ҡануниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ” Маҡтау билдәһе” менән дә бүләкләнә. Ул бихисап исемдәренә лайыҡ, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” һәм Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.
Николай Андреевичтың хеҙмәт биографияһында энергетика өлкәһендә һәм дәүләт власы органдарында эшләү ҙур урын ала. Энергетикала ул ябай инженерҙан алып илдәге иң ҙур энергетика системаһы “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһына тиклем бөтә баҫҡыстарҙы үтә. 2000 йылда - Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы, ә 2001 йылда Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Шул уҡ йылда Николай Курапов “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә генераль директор булараҡ әйләнеп ҡайта һәм 2009 йылдың июлендә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем ошо вазифала уңышлы эшләй.
Николай Андреевич Башҡортостанда физик культура һәм спорт, бигерәк тә хоккей һәм волейболды үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Башҡортостан Республикаһының бер нисә саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Тыуған көнө алдынан Николай Курапов Мәләүездә граждандарҙы ҡабул итте. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ул депутат булараҡ аҡсалата ғына түгел, ябай кешеләргә хас күңел ҡушыуы буйынса хәлдәрен еңеләйтергә, киләсәккә өмөт, ышаныс уятырға тырыша. Ҡабул итеүҙән һуң Николай Андреевич балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют балаларына Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Николай Курапов “Көнгәк” гәзитенә яҙылыу буйынса бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп, 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына 50 уҡыусыбыҙға милли матбуғатҡа яҙҙырыу ойошторҙо. Яҡташтарыбыҙ исмеменән уны тыуған көнө һәм яҡынлашып килгән байрамдар менән ҡотлайбыҙ!
Һүрәттә: балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре менән иҫтәлеккә фото.
Автор фотоһы.
Читайте нас: