ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Ғинуар 2018, 15:48

Ысын илһөйәр булып тәрбиәләнгән

Туған тел, тыуған ер, районда туған телдә сыҡҡан берҙән-бер гәзит өсөн янып-көйөп йөрөгән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер рухлы яҡташтарыбыҙ булыуына беҙ сикһеҙ шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.

Туған тел, тыуған ер, районда туған телдә сыҡҡан берҙән-бер гәзит өсөн янып-көйөп йөрөгән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер рухлы яҡташтарыбыҙ булыуына беҙ сикһеҙ шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.
Гәзит алдырған, уҡыған Тимерйән Ниәтшинды ла “Көнгәк”тең тоғро дуҫы тип беләбеҙ, уның һәр ваҡыт беҙҙең эргәлә булыуы беҙҙе шатландыра. Киләсәктә лә бергә булыуыбыҙға ышанабыҙ.
Тимерйән Ниәтшин ижад юлын мәктәптә уҡығанда башлай. Беренсе шиғыры 1959 йылда Көйөргәҙе районының гәзитендә баҫылған. Шиғриәт менән утыҙ йәшендә ныҡлы мауыға башлай
Дүртенсе класты уҡып бөткәс, Тимерйән Әбдрәхим улы Өфөлә, интернатта уҡыған. Тәртип тә, талап та ҡаты була унда, шуға ла төрлө яҡлы белем бирелгән һәм мәҙәниәтте, әҙәбиәт тарихын һәм тыуған илде һөйөргә өйрәткәндәр, ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләгәндәр.
Интернатты көмөш миҙалға тамамлап, Куйбышев политехника институтында инженер-электрикка уҡып, диплом алған. Артабан мастер булып эшләй. Һуңынан Өфө нефть институтында белем бирә. Аҙаҡ Күмертау ҡалаһында “Искра” заводында етәксе вазифаларын башҡара. Һигеҙ йыл зонаны төбәк хеҙмәт һағы дәүләт инспекторы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ижад итеүен дауам итә.
80-се йылдарҙа йыш ҡына “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында һәм “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, “Йәш көстәр” йыйынтығында шиғырҙары баҫылып сыға.
Егерме һигеҙ йыл элек “Һүҙ һорайым” тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫтырыла, икенсеһе “Уянған өмөт” өс йылдан һуң сыға.
1994 йылда Рәсәй һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы. Тимерйән Әбдрәхим улының башҡорт телендә биш шиғырҙар йыйынтығы, урыҫ телендә ике проза китабы донъя күрҙе.
“Күмертау ҡалаһында йәшәгән һәләтле шағир-тәржемәсе Виктор Уразбаев 140 шиғырымды руссаға тәржемә итте, мин уға бик рәхмәтлемен”, - ти Тимерйән Ниәтшин.
Өс балаға атай булыу бәхете тейгән. Балалары үҙенә оҡшап аҡыллылар, тәртиплеләр һәм Азамат улы, Зәлифә ҡыҙы - фән кандидаттары, Илгиз улы ла ике юғары белемгә эйә.
Тимерйән Ниәтшиндың намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн төрлө наградалар менән билдәләнгән.
Читайте нас: