ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Февраль 2018, 18:20

Атылған йондоҙ кеүек ғүмер

Ринат Латиповтың тыуыуына 65 йыл тулыу уңайы менән ойошторолған Хәтер кисәһе осраҡлы ғына мәғариф музейында үтмәне.

Ринат Латиповтың тыуыуына 65 йыл тулыу уңайы менән ойошторолған Хәтер кисәһе осраҡлы ғына мәғариф музейында үтмәне.
Ринат Ғиниәт улы бөтә ғүмерен райондың белем биреү системаһын үҫтереүгә арнаны тиһәк бер ҙә арттырыу булмаҫ. Бынан тыш, Латиповтар династияһының дөйөм педагогия стажы - 95 йыл. Асия Мөхәмәт ҡыҙы – райондың алдынғы мәғариф хеҙмәткәре, ҡыҙҙары Ләйсән дә атай-әсәй юлын һайлап, уҡытыусы булып эшләй.
Ринат Латипов Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, Иштуған, Первомай һәм ҡаланың 5-се мәктәбендә директор бурысын намыҫлы атҡарҙы. Оҙайлы йылдар мәғариф идаралығын, 42-се лицей коллективын етәкләне. Улар араһында төрлө йәмәғәт эштәрен уңышлы алып барҙы. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләгәндә үҙен оҫта ойоштороусы, алдынғы ҡарашлы, яуаплы етәксе итеп күрһәтеп, район, республика етәкселегенең абруйын яуланы.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул, иң беренсе, үҙенең ҡул аҫтындағыларҙың мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйҙы. Эшен, хеҙмәттәштәрен, уҡыусыларын яратты, ихтирам итте. Тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй башланғыс һөнәри белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булды.
Бынан 5 йыл элек тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған сарала педагогия хеҙмәте ветераны Люция Ғүмәрова, Ринат Ғиниәт улының кешелек сифаттарынан ҙур гөлләмә яһарға булыр ине, тигәйне. Әлеге осрашыуҙа ла ул ошо фекерен ҡабатланы. Ысынлап та, ул ниндәй генә вазифала эшләһә лә, дәрәжәле исемдәр яулаһа ла, кеселеклеге, иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән айырылды. Уның өсөн эштең вағы, эреһе булманы, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп эшләүе, яуаплы, ғәҙел булыуы менән хөрмәт ҡаҙанды. Хәтер кисәһендә төрлө йылдарҙа Ринат Латипов менән эшләгән педагогия хеҙмәте ветерандары уны илап түгел, ә һоҡланып, көлөп иҫкә алды. Көлөп тигәне, күптәр күңелендә уның мәҙәктәре, шуҡлыҡтары, шаяртыуҙары тураһында бөгөн дә яҡты хәтирәләр һаҡлана.
Атылған йондоҙ кеүек булды уның ғүмере, тине ветеран уҡытыусылар Ринат Ғиниәт улы хаҡында. Уның ғаиләһе, эше, тормошо тураһында фотоальбомдар битен асҡан һайын иҫтәлектәр баҙыҡланды.
Уның яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Читайте нас: