Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Февраль 2018, 15:01
«Вәғәҙәләр һәр саҡ үтәлергә тейеш»
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡала мәҙәниәт йортонда йәш депутаттар менән осрашты. Ул үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һәр эштә алтын уртаҡлыҡ булыуы зарурлығын билдәләп үтте. Халыҡтың өмөтөн аҡларға, намыҫлы хеҙмәт итергә саҡырҙы.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡала мәҙәниәт йортонда йәш депутаттар менән осрашты. Ул үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һәр эштә алтын уртаҡлыҡ булыуы зарурлығын билдәләп үтте. Халыҡтың өмөтөн аҡларға, намыҫлы хеҙмәт итергә саҡырҙы. Тормошҡа ашырыласаҡ закон проекттарын атаны. Йәш депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыуҙың һуңында илһөйәрлек сифаттарын үҫереүҙе һәм үҙенең тыуып үҫкән ерен онотмаҫҡа өндәне.
Артабан район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәмсетдинов менән берлектә 17 һәм 21-се балалар баҡсаһында яңы өҫтәлмә төркөм асыуҙа ҡатнашты. Ул дөйөм үҫеш буйынса эшләйәсәк һәм демография хәлен яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Тәрбиәселәр, ата-әсәләр, кескәйҙәр яңы төркөм асылыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Балалар музыкаль номерҙар менән сығыш яһаны. Заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙе ҡарап, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Һүрәттә: 21-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрге яңы төркөм асылыуға сикһеҙ шат.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?