ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
19 Февраль 2018, 14:55

Ҡотһоҙ булыр ине был донъя, ҡотлап һине һүҙҙәр яумаһа...

Яҙмышы тыуған ауылынан айырылмаған кешеләр икеләтә бәхетлелер ул. Бынан 90 йыл элек Һабаш ауылында донъяға килгән Маһира инәй Кинйәбаеваның ғүмере тыуған яғына бәйләнгән.

Яҙмышы тыуған ауылынан айырылмаған кешеләр икеләтә бәхетлелер ул. Бынан 90 йыл элек Һабаш ауылында донъяға килгән Маһира инәй Кинйәбаеваның ғүмере тыуған яғына бәйләнгән. Бөгөн туғыҙ тиҫтәһен тултырған ағинәйҙең хәтирәләрендә ауылының төрлө йылдарҙағы үҫеш, күтәрелеш йылдары асыҡ һаҡлана. Колхозлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, Еңеү көнө, социализм төҙөүгә арналған өсөн алһыҙ-ялһыҙ көндәр, социалистик йөкләмәләр заманы - һанай китһәң, нимәләр генә күрелмәгән дә, ни генә кисерелмәгән!
Мәктәптә төплө белем алыу насип булмай, һуғыш башланғас, уҡытыусылары фронтҡа алына, балалар яуға алынған ир-ат урынына алмашҡа баҫып колхоз эшенә егелә. Фронттағыларға ярҙам итергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта улар ҡайтҡансы, күмәк хужалыҡты ла тарҡатырға ярамай.
Һуғыш башланғанда 13 йәшлек ҡыҙ иңенә төшә бөтә ауырлыҡ. Аяҡта сабата, өҫтә юҡ тип әйтерлек - ул йылдарҙа ҡышы ла шул тиклем һалҡын булған бит. Ябай ауыл балаһы эштән ҡурҡып торамы - һыйырын да һауа, ураҡ эштәрендә лә алдынғылыҡты бирмәй, келәт алдында ла тырыша. Район биләмәһендә тимер юлы һалына башланғас, һис икеләнеүһеҙ ошо ауыр эштә ҡатнаша. Тамаҡ ашҡа, өҫ кейемгә туймағанда, көн оҙоно ҡул арбаһы менән ауыр мәте, ҡырсынташ ташы ла, киске уйынға сыҡ. Арып йығылырҙай саҡта бер-береһенә иңен ҡуйған, һалам мендәрҙе бүлешкән тиҫтерҙәрен әле лә йылы һүҙҙәр менән хәтергә ала Маһира инәй.
1950 йылдарҙа ауылда һуғыштан һуң көрсөккә терәлгән фермала һауынсылар етмәгәс, уны эшкә саҡыралар. Әйтеүе генә анһат - теүәл 33 йыл ғүмерен ошо тармаҡҡа арнай ул. Эштең ауыры, еңеле юҡ, тип өйрәнгән шул быуын вәкилдәре илебеҙҙе тергеҙеүгә генә түгел, көслө, үҫешкән капиталистик илдәрҙе ҡыуып етеп, Советтар Союзын алдынғылар исемлегенә сығарыуға ҙур өлөш индерә. Көнө-төнө ферманан, йәйге лагерҙан ҡайтмай ҡуна ятып эшләгән көндәре аҙ булмай уларҙың. Ҡул эше заманы, фермалар иҫке, бысраҡ, аҙна һайын һәүкәштәрҙе йыу, таҙарт, тәртипкә килтер, аяҡтағы резина итек аша бысраҡ тула хатта. Ә зарланырға ярамай, сөнки йөкләмәне үтәү шарт.
Уңған һауынсыны, ышаныс күрһәтеп, ауыл советы депутаты итеп һайлай һабаштар, сөнки уның бөтә эшкә лә яуаплы ҡарауын беләләр.
Өлгөлө хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау грамотаһы, иҫтәлекле бүләктәр, ял йорттарына йүнәлтмәләр менән билдәләнә.
Өлгөр инәй күңелһеҙләнеп ултырырға яратмай- ауылда уҙған сараларҙан ситтә ҡалмай, йыр-моңға ғашиҡ, спектаклдәр ҡарай. Йәштәргә үҙенең аҡыллы кәңәштәрен юллай, күрше-күлән менән ихлас аралаша.
Бөгөн үҙен 90 йәшлек юбилейы айҡанлы ағинәй туғандары, ауылдаштарынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Берәү әйтмешләй, ҡотһоҙ булыр ине был донъя, ҡотлап һине һүҙҙәр яумаһа. Беҙ ҙә ағинәйгә ошондай йылы һүҙҙәрҙе тағы ла күберәк ишетеп, 100 йәште уҙғансы ауыл ҡото булып йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас: