Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Март 2018, 14:27

Һоҡланғыс ғүмер юлы үткәндәр

Ғаилә - ул оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй.

Ғаилә - ул оло таянысыбыҙ, иң ышаныслы һыйыныр усағыбыҙ. Унда бер-береһен яратҡан, хәстәрлек күргән кешеләр йәшәй. Ғүмер көҙөнә пар ҡанатың менән бергә инеү, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр изгелеген бергә татыу - оло бәхет.
Һүҙем Һыртлан ауылында 60 йыл бергә ғүмер иткән Фирҙәүес һәм Вәлетдин Сәйфетдиновтар хаҡында. Улар алты тиҫтә йыл шатлыҡта ла, хәсрәттә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып, ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һуҡмағынан атлай.
Эйе, һәр ғаиләнең үҙ юлы, үҙ шатлығы, көйөнөсө, үҙенә генә хас тарихы бар. Фирҙәүес Нуретдин ҡыҙы сығышы менән - Күгәрсен районынан. Дүрт ир бала араһында ҡәҙерле генә ҡыҙ булып үҫә ул. Вәлетдин Шәмсетдин улы ла - күп балалы ғаиләнән, атаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Икеһе лә, хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда бил бөгә, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була. Өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар. "Аллаға шөкөр, ай һайын пенсия биреп торалар. Балаларыбыҙ иҫән- һау, аҡыллылар, һәйбәт йәшәйҙәр", - тип һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәйҙәр.
Бөгөнгө көндә Фирҙәүес инәй менән Вәлетдин бабайҙың ун ике ейән-ейәнсәре, ун бер бүлә-бүләсәһе бар. Балаларын һәр ваҡыт асыҡ ишек, яҡты йөҙ, тәмле-татлы ризыҡ менән ҡаршылай улар.
Бәхетле ғаиләләрҙең генә ғүмере һиҙелмәй үтәлер. Сәйфетдиновтар, ысын мәғәнәһендә, үкенмәҫлек, ҡыуанып һөйләрлек ғүмер кисергән. Күптән түгел уларҙы оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙәре менән ҡотлап, Республика Башлығы бүләген тапшырырға барҙыҡ. Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәйрүзә Буранғолова ауылдаштар исеменән тәбрикләне. Йөҙҙәренән йылылыҡ һирпелгән Фирҙәүес инәй һәм Вәлетдин бабайға ҡарап, 60 йыл бергә ғүмер иткән, тимәҫһең дә. “Ә мөхәббәт бармы ул?” тигән һорауға улар икеһе лә бер төптән: “Бар, әлбиттә!” - тип яуап бирҙе.
Һөйөү хистәрен оҙаҡ йылдарға еткергән ғаиләләрҙән үрнәк алайыҡ!
Миңлегөл Буранғолова.
Читайте нас: