ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Март 2018, 16:13

Оҫта ҡулдар

Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда ла “Оҫта ҡулдар ҡыуандыра” исемле байрам кисәһе үтте

Олеся Хафизованың эштәре үҙенсәлеклелеге менән арбаны
Олеся Хафизованың эштәре үҙенсәлеклелеге менән арбаны
Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр һәр ваҡыт һоҡландыра. Яңы эштәргә илһамландыра, яңы үрҙәргә әйҙәй. Хәҙер ҡулдан нимә генә эшләмәйҙәр: элеккесә балаҫ һуғыу, йөндән кейеҙ баҫыу, пластиктан төрлө ҡоштар, ағастар һәм башҡа төрлө мөғжизәләр тыуҙыралар. Боронғо тәңкәләрҙән яһалған башҡорт ҡатын-ҡыҙы биҙәүестәре күҙҙең яуын ала. Кисәне китапхана хеҙмәткәре Флүзә Хәлитова матур шиғыр менән асып ебәрҙе. Зөһрә Илғыуатова төҫлө ептәрҙән төрлө сәскә, аҡҡош, күгәрсендәр бәйләп килтерһә, Гөлсирен Ҡолмөхәммәтова пластик шешәләрҙән төрлө кәрзиндәр яһаған, Гөлнара Сураҡова мамыҡтан түшелдерек, шәлдәр бәйләгән. Йәш ҡатын Олеся Хафизованың төҫлө ептәрҙән сигелгән матур пейзаж, картиналары, Зөһрә Күсербаеваның бәйләнгән салфетка, сәскәләре һоҡланып туйғыһыҙ. Ошондай матур сара ойоштороуҙа ярҙамы өсөн Флүзә Рәшит ҡыҙына рәхмәтлебеҙ, бергә йыйылып фекер алышыу фәһемле булды. Боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеү, заман ихтыяжынан сығып, йәштәрҙең уны айырым мәшғүллеккә әйләндереүе бик файҙалы.
Гөлсәсәк Солтанғолова.
Һүрәттә: Олеся Хафизованың эштәре үҙенсәлеклелеге менән арбаны.
Читайте нас: