ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
20 Март 2018, 14:38

Тыуған ерендә яҡты эҙе ҡалды

Яңыраҡ бөтә ауыл ҙур юғалтыу кисерҙе, 78-се йәшендә Юныс Ғабдуллин яҡташтарына яҡты нурын ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте.

Тыуған ерендә яҡты эҙе ҡалды
Юныс Ғабдуллин ғүмере буйы тыуған ауылына тоғро булды. 15 йәшенән башланған хеҙмәт юлы ла һоҡланыу уята: хисапсы, кассир, үҫемлекселек, малсылыҡ буйынса бухгалтер булып эшләй. Һөнәри үҫештең бөтә баҫҡысын үтеп, хужалыҡтың баш бухгалтеры вазифаһында пенсияға сыҡҡас та эшләне. Тырыш хеҙмәте өсөн төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә ул. “Хеҙмәт ветераны” маҡтаулы исеме бар.
Ғаилә башлығы булараҡ та ауылдаштарына өлгө булды. Хәләл ефете Миңлиә Мәжит ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бирҙеләр, ҡыҙҙарының өс балаһын тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Яҡшы атай, хәстәрлекле ир, һөйөклө олатай булды. Һигеҙ быуынға тиклем Ғабдуллиндарҙың шәжәрәһен төҙөп, йыйынтыҡҡа туплап сығарҙы. “Татыу ғаилә” номинацияһында бүләкләнделәр. Сәскә үҫтерергә яратты. Баҡсаһында ниндәй генә гөл үҫтермәне. Уларҙы фотоға төшөрөп, альбом төҙөп, сәскә ғүмерен, матурлығын оҙайтырға тырышты. Был уның тәбиғәткә, гүзәллеккә ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләй.
Ауыл халҡы уны күркәм холҡо, изгелеклеге өсөн яратты. Уларҙың өйөнән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне. Иң ҙур байлығы китап булды. Энциклопедик белемле ауылдашыбыҙҙың сканворд сисеү яратҡан шөғөлө ине. Изге күңеле, тормошо, фәһемле кәңәштәре менән ауылдаштары араһында оло абруй, хөрмәт ҡаҙанды.
Яңыраҡ бөтә ауыл ҙур юғалтыу кисерҙе, 78-се йәшендә Юныс Ғабдуллин яҡташтарына яҡты нурын ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте.
Юныс Ниғмәтулла улы, ысын мәғәнәһендә, матур тормош юлы үтте. Бөтә байрамдарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашты, аҡыллы кәңәше менән ярҙам итте. Уның тураһында үткән заманда һөйләге лә килмәй, әммә тормош ҡануны аяуһыҙ. Уның иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр
Гөлниса Килдебаева, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе
Читайте нас: