ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
20 Март 2018, 14:47

Яҡты бер нур булып йәшәне…

Тормоштоң ни тиклем аяуһыҙ, ҡыҙғаныс, үкенселе икәнен йәшәй-йәшәй генә аңлайһың. Донъя матур, етеш, йәмле тип алданып йөрөгән арала һәр беребеҙгә йөрәкте ярырлыҡ ҡурҡыныс хәбәр ишетергә тура килә. Иң хәтәре - ҡайғы килтергәне. Ҡыҙғаныс, әммә тәҡдирҙән үтеп бер ни ҡылып булмай.

Тормоштоң ни тиклем аяуһыҙ, ҡыҙғаныс, үкенселе икәнен йәшәй-йәшәй генә аңлайһың. Донъя матур, етеш, йәмле тип алданып йөрөгән арала һәр беребеҙгә йөрәкте ярырлыҡ ҡурҡыныс хәбәр ишетергә тура килә. Иң хәтәре - ҡайғы килтергәне. Ҡыҙғаныс, әммә тәҡдирҙән үтеп бер ни ҡылып булмай.

Февраль айының аҙаҡҡы көнөндә рухи яҡтан яҡын дуҫым, ижадташым, ҡәҙерле һәм һөйөклө кешеләремдең береһе Ләлә апайым арабыҙҙан китеп барҙы. Исеменә күрә есеме тура килеп, бөтәбеҙгә сағыу сәскәләй нур таратып йәшәгән һөймәлекле, изгелекле, ярҙамсыл, күркәм Ләлә Муса ҡыҙы тураһында бихисап йылы һүҙҙәр әйтәһем килә. Ябай, эскерһеҙ, көслө рухлы, иҫ киткес аҡыллы, уҡымышлы апайыма һоҡланып туя алмаҫлыҡ ине. Тәүге тапҡыр Ләлә Йыһаншина менән 2005 йылдың йәйендә таныштыҡ. Редакцияға үҙенең шиғырҙарын баҫтырырға килгәйне ул. Теремек, мөләйем, тапҡыр һүҙле апай ҡәләм оҫтаһы булып сыҡты. Уның тәрән уйға һалырлыҡ, фәһемле, фәлсәфәле шиғырҙары, бәләкәй күләмле хикәйәләре ошо көндәргә тиклем “Көнгәк” гәзитендә баҫылып килде. Инвалидтар ойошмаһы тырышлығы менән донъя күргән “….” йыйынтығында уның да ижади емештәре үҙ урынын алған. Был -ҡыуаныс ҡына түгел, оло бер уңышҡа өлгәшеү, әҙәби бейеклектең бер баҫҡысына күтәрелеү. Йәмәғәт эшендә әүҙем, кешеләр менән аралашырға яратҡан Ләлә Муса ҡыҙы төрлө ижади, мәҙәни сара, кисәләрҙең алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы, ҡунағы булды. Һәр ерҙә лә уны көтөп, яратып ҡаршы алдылар. “Мәләүез таңдары” ижади берекмәһе, М. Буранғолов исемендәге китапхана менән хеҙмәттәшлек итте.

Тәбиғәттән үтә һәләтле Ләлә Йыһаншина яҙыу-һыҙыуҙан тыш, оҫта рәссам ине. Ул яҙған эштәрҙән матур бер галерея асырлыҡ. Һәр һүрәттә үҙенсәлекле һыҙат, илаһи бер ҡабатланмаҫ гүзәллек, төҫтәр гаммаһаның гармонияһы күҙгә салына.

… Ҡулымда һуңғы көндәрендә яһаған һүрәте. Инә ҡош себешен һыйындырған, эргәлә моңһоу, уйсан ҡарашлы ҡатын йөҙө, һәм… сәскәләр. Нимә әйтергә теләгән икән, тип уйландым. Күңел һиҙемләүе менән хушлашыу ауазын ҡағыҙға теркәгән кеүек тойолдо миңә. Кеше йәндәре ҡошҡа әүерелә, тиҙәр. Яратҡан ейәне янына, себешенә, ашыҡтымы икән?

Бар ине Ләлә апайымдың һиҙемләү, тойомлау һәләте. Ғүмере буйы ислам динебеҙҙең талаптарына табынып йәшәне, ҡулынан Ҡөръән китабын төшөрмәне. Хәл-әхүәл белешергә барған арала ла ихласлап доғалар ҡылып, изге теләктәрен бағышлап ултырыр ине. Аят, сүрәләрҙе уҡығанда йылылыҡ бөркөп, шифаһы һиҙелеп торҙо. Ошо илаһи мәлдәрҙең бер ҡасан да ҡабатланмаҫын аңлап күңелем һыҡрап илай. Уҡымышлы Ләлә апайымдың ҡөҙрәтле көсөн тойған кешеләр сырхауҙарын онотоп ҡайтыр ине. Аллаһтың яратҡан бәндәләренең береһе булғандыр ул. Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булараҡ Ләлә Йыһаншина хаҡлы ялға сыҡҡансы кешеләрҙе дауалауға бағышланы. Тәжрибәле фельдшер нисәмә кешене аяҡҡа баҫтырғандыр, билдәһеҙ. Ололарҙы ололап, кеселәрҙе кеселәп ярҙам ҡулы һуҙыу уның ҡанына һеңгәйне. Ҡаҙаныштары, дәрәжәләре беркетелгән Маҡтау ҡағыҙҙарын һынап бөтөрөрлөк тә түгел.

Ләлә Муса ҡыҙы ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы. Ул тирә-яҡ мөхиткә һоҡланып, һәр нәмәнән матурлыҡ табып, тормошто яратып йәшәне. Үҙенең йорт-ихатаһын да хозур әкиәт донъяһына әүерелдерә белде. Гөл-сәскәләр менән тулы баҡсаһы үҙе бер илһам мөйөшө. Бер ваҡытта ла зарын ишетмәнем. Бөгөнгөгә шөкөр ҡылып, киләсәккә яҡты хыял бағлап көн итте. Заман менән бергә атланы. Уны өлкән быуын вәкиле тип әйтергә минең бер ваҡытта ла телем әйләнмәне. Һәр ваҡыт бөхтә, ыҫпай кейенгән йәш сырайлы, баҙыҡ хәрәкәтле, айыҡ аҡыллы, зиһенле Ләлә апай әле теттереп донъя көтөр, яңы һәләттәрен асыр, йәмғиәт эшендә ҡайнап йәшәр кеүек ине. Һуңғы йылдарҙа компьютерҙы, Интернет селтәрен өйрәнеп, оҫта ҡулланып ултырҙы. Сәйәхәт ҡылыу Ләлә Йыһаншинаның яратҡан шөғөлө. Уңайы тура килгәндә төрлө ер-һыу күреп, донъя гиҙҙе, кешеләр менән танышып аралашты. Ижад кешеһе булараҡ күңелен һәр саҡ рухи аҙыҡ менән байытты.

Минең өсөн ул буй етмәҫлек алиһә, әүлиәләр нәҫеленең бер вәкиле, сисеп бөтмәҫлек сер, аң-белем хазинаһы, ижад донъяһының йөҙөк ҡашы, бөйөк әсә, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған ағинәй.

Үкенес… Бөгөн уның тыуған көнө. Иң изге теләктәремде еткереп ҡотлармын тип йыйына инем. Йылы һүҙҙәремде, оло рәхмәттәремде әйтә алмай ҡалдым. Күңелемде яҡтыртып торған нурҙарымдың береһе һүнгән кеүек булды. Әллә ниндәй бушлыҡ… Йөрәк ышанмай, оло юғалтыуҙы ҡабул итә алмай һыҙлаша. Йәне йәннәттә булып, барыбыҙҙан риза ҡалһын, мәңгелек донъяның яҡты нурына сорналһын.

Әлиә БУЛАТОВА (ӘМИРОВА).

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: