ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
30 Март 2018, 17:23

Аҡ халатлы уңғанбикә

Первомай ауылы фельдшеры Вәлитова Рәхимә 20 йылға яҡын ауыл халҡы һаулығы һағында тоғро хеҙмәт итә. Ошо осорҙа ул ауылдың иң ҡәзерле кешеһенә әйләнде. Олоһо ла кесеһе лә “Наша тетя Рая” тип әллә ҡайҙан ҡаршы алалар. Ни эшләп тиһегеҙме?

Первомай ауылы фельдшеры Вәлитова Рәхимә 20 йылға яҡын ауыл халҡы һаулығы һағында тоғро хеҙмәт итә. Ошо осорҙа ул ауылдың иң ҡәзерле кешеһенә әйләнде. Олоһо ла кесеһе лә “Наша тетя Рая” тип әллә ҡайҙан ҡаршы алалар. Ни эшләп тиһегеҙме? Ул оло йөрәкле, арыу талыуҙы белмәгән, көн тимәй, төн тимәй һәр кемгә ярҙам күрһәтергә тырышҡан, ысын мәғәнәһендә, ҙур хәрефтәр менән яҙырлыҡ “доктор” ул.
Еңел кәүҙәле, тынғыһыҙ йөрәкле, бөгөн пенсия йәшендә булһа ла, йәштәргә алмаштырғыһыҙ һөнәрмәндең уңғанлығы һоҡландыра.
Ялҡын сәсеп торған хужабикәИре Рафаэль менән гөрләтеп донъя көтә. Егәрле ҡатындың бешергән аш-һыуҙары телеңде йоторлоҡ. Балаларына матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатһа ла, бөгөн дә Мәскәүҙәге ҡыҙы Гүзәлиә менән Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән улы Дамирҙың ғаиләләренә лә оло терәк.
Беҙ,Первомай ауылы халҡы, ошондай хәстәрлекле фельдшерыбыҙ булғанға ауырыуҙарға бирешмәй, ваҡытында тейешле медицина ярҙамы алып көн итәбеҙ. Иғтибарлы, ихтирамлы Рәхимә кәңәштәре, үҙенең өлгөһө менән дә сәләмәт тормош алып барырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, ауыл клубында ойошторолған “Йәнгүзәл” фольклор ансамбленең тоғро ағзаһы ла ул.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле аҡ халатлы уңғанбикәбеҙ Рәхимә … ҡыҙына ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәң дә, аҙ булыр төҫлө, сөнки ул - беҙҙең ғүмеребеҙ һаҡсыһы.

Зөһрә Йомаева.
Читайте нас: