Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
3 Апрель 2018, 11:38

“Күлдәгең ҡотло булһын!” акцияһына

Оҫталарҙың даны таралһын! “Көнгәк” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, әйҙәгеҙ, оҫталарыбыҙҙы районға танытайыҡ!

Районда «Ағинәйҙәр ҡоро” ойошторола башлағас та, ойошма ағзалары милли күлдәктәр тектереп һәм халҡыбыҙҙың борондан килгән биҙәүестәренең береһе - һаҡал (уны селтәр тип тә, түшелдерек тип тә йөрөтәләр) яһап кейеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Ҡул эштәренә, тегеү- сигеүгә маһир кешеләр ҙә табылды.
Первомайҙар тәүгеләрҙән булып ауыл оҫтаһы Фатима Әхмәҙиеванан үҙ аҡсаларына балитәкле матур күлдәктәр һәм алъяпҡыстар тектереп кейҙе. Смаҡ ағинәйҙәренә ижади һәләтле, уңған Фәнзилә Бураҡанова бик килешле күлдәктәр тегеп бирҙе. Уларҙың бөтәһе лә бер төрлө ваҡ ҡына биҙәкле асыҡ төҫтәге кизе-мамыҡ туҡыманан. Камзулдары ла ыҫпай ғына килеп сыҡты. Бөгөн район ағинәйҙәре һаҡалдар эшләүгә дәррәү тотондо. Арабыҙҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрерҙәй гүзәл заттарыбыҙ ҙа бар. Смаҡтан Гөлсөм Хисаметдинова ошо эште теләп башҡара. Шулай уҡ Первомайҙан Руфиә Мөхәмәтованы миҫалға килтерергә була.
Байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла стилләштерелгән милли күлдәктәр, биҙәүестәр таҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәҙер йыш күрергә мөмкин. Был - шул тиклем ҡыуаныслы күренеш.
“Көнгәк” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, әйҙәгеҙ, оҫталарыбыҙҙы районға танытайыҡ!
Асия Латипова, “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе.
Читайте нас: