Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Апрель 2018, 17:37

Мәскәүҙән - Мәләүезгә

Йәштән үҙаллылыҡҡа өйрәнгән егет сәмләнеп алға бара: һәләте - тәбиғәттән булһа, тырышығы, маҡсатлылығы – үҙенән, тәрбиәнән.

Азамат Ҡаһарманов Мәләүездә тыуып үҫкән. 5-се класҡа тиклем 3-сө гимназияла белем ала. Үҙ аллы тырыш малай мәктәптә яҡшы уҡый, бынан тыш музыка серҙәренә өйрәнә. Ул ваҡытта уҡ ҡала сәхнәләрен яулай - уның моңло тауышы тамашасыны әсир итә, республика конкурсында призлы урын ала. Артабан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Уның йырлауына ул ваҡыттағы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов та хайран ҡала.
9-сы класта Мәскәүҙә уҙғарылған “Алтын лира” конкурсында Гран-приға лайыҡ була. Унда ҡатнашҡан Мәсетле һәм Учалы егеттәре менән Мәскәү академияһы ҡарамағындағы Гнесиндар исемендәге музыкаль колледжға юллана. Уны уңышлы тамамлай, бөгөн 22 йәшлек Азамат - академияның 3-сө курсы студенты.
Йәштән үҙаллылыҡҡа өйрәнгән егет сәмләнеп алға бара: һәләте - тәбиғәттән булһа, тырышығы, маҡсатлылығы – үҙенән, тәрбиәнән. Әсәһе Фәрзәнә Мансур ҡыҙы уның балалар баҡсаһынан үҙ аллы булыуын билдәләй. Мәләүездә эш булмау сәбәпле, әсә Салауатҡа йөрөп эшләргә мәжбүр була. “Улым, эшләмәй булмай, һин үҫәһең, шөғөлләнергә лә урын кәрәк, беҙ фатирҙы киңәйтергә тейешбеҙ. Ә һин аҡыллы, тәртипле булырға, маҡсатыңа ирешергә тейешһең!” – тип, уртаға һалып, улы менән кәңәшләшкәнен бөгөнгөләй иҫләй. Етди холоҡло бала ололарса фекер йөрөтә һәм, әсәнең шул ваҡытта йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрен аңлап, тормош ҡануны итеп ала.
2015 йылдан маҡсатлы егет Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында белем ала. Хәҙерге техник мөмкинлектәр беҙгә Мәскәүҙәге Азамат Ҡаһарманов менән аралашыу мөмкинлеге бирҙе.
- Хәйерле кис, ваҡыт табыуығыҙ өсөн рәхмәт, Азамат.
- Сәләм, Мәләүез!
- Азамат, һеҙ бит фортепиано, ҡурайҙан башлаған артист, ни өсөн валторн инструментын һайланығыҙ?
- Эйе, Мәләүездә вокал менән шөғөлләндем, ҡурайҙа уйнаным, сәнғәт мәктәбендә фортепьяно класында уҡыным. Ә Өфөгә барғас, валторнға күстем. Уның тембры шул тиклем матур, башҡорт өсөн ҡурай моңон хәтерләтә.
- Уҡыуҙан буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
- Спортзалға йөрөйөм, тимер-томор күтәрәм, концерттарҙы ла ҡалдырмаҫҡа тырышам, китап уҡыйым.
- Ниндәй әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Һуңғы тапҡыр уҡығандарҙан нимә оҡшаны?
- Фәнни темалар менән мауығам, матур әҙәбиәт яратам. Һуңғы осорҙан - Френсис Скотт Фицджералең “Бөйөк Гетсби”, Дэвид Дейдтың “Ысын ир-егет юлы”.
- Ниндәй конкурстарҙа ҡатнаштығыҙ? Ижад юлында ҡайһы еңеүҙәр этәргес көс булды?
- 2011 йылда Өфөлә Бөтә Рәсәй конкурсында яуланған Гран-при, шул уҡ йылда “Һәләт ҡанаттарында” Халыҡ-ара конкурсында I дәрәжә премияһы, шулай уҡ 2013 йылда 16 йәштә Мәскәүҙә Орлов исемендәге симфония оркестры менән соло партияһын башҡарыу дәртләндерҙе.
- Музыкант булырға теләгәнеңде ҡасан аңланығыҙ?
- Мәктәп эскәмйәһенән тиһәм дә, хата булмаҫ.
- Ә башҡа юлдан китеү теләге бер ваҡытта ла тыуманымы?
- Футбол һәм фитнес моделе ҡыҙыҡһындыра ине.
- Ә миндә Дмитрий Маликов менән төшкән фотоғыҙ ҡыҙыҡһыныу уятты.
- Ғәҙәти репетицияға килдем. Танылған музыкант менән уйнауым тураһында хәбәр иттеләр. Беҙ урамда инек, Дмитрий Маликов йорт мөйөшөнән килеп сыҡты ла тура миңә килеп: “Беҙ һеҙҙең менән бергә уйнаясаҡбыҙмы?” – тине. Мине белгәненә бик аптыраным. Ул оҫта пианист, һәйбәт кеше, аралашҡанда итәғәтле, кеселекле.
- Интернет сығанаҡтарынан һеҙҙең уҡыуҙан тыш шәхси дәрестәр биреүегеҙ тураһында белдем. Үҙегеҙ йәш, уҡыусылар менән аралашыуы ауыр түгелме?
- Әлеге көндә колледжда уҡыған 17 йәшлек егет менән шөғөлләнәм, аралашыу ауыр түгел, һөнәри терминдар телен иркен ҡулланабыҙ. Уға тиклемге 12 йәшлек уҡыусым ҙур иғтибар талап итә ине, күберәк ваҡ деталдәргә ваҡыт бүлергә тура килде.
- Киләсәккә пландарығыҙ, уй-ниәттәрегеҙ менән уртаҡлашырға теләмәйһегеҙме?
- Алдан ҡысҡырған әтәстең башы ауырта, ти, йылғаны һикереп сыҡмай, “һоп” тип әйтке килмәй, тик шуны әйтә алам: һәр көн ҡуйылған маҡсатҡа яҡынайтырлыҡ уйланған аҙымдар яһайым.
- Ә эйә буласаҡ һөнәр серҙәрен аса алаһығыҙмы?
- Музыкант – һөнәр генә түгел, ул кешенең булмышы. Ижад кешеһенең тормошҡа ҡарашы ла, ҡабул итеүе лә башҡаса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысын музыка ҡиммәте төшкән кеүек. Әгәр антик дәүерҙә музыкант дәүләт хеҙмәте менән йәнәш ҡуйылһа, хәҙер тейешенсә баһаланмай, ябай һөнәр булараҡ ҡарала. Уҡыу тамамланғас та, даими камиллашыу мотлаҡ, туҡтауһыҙ репетициялар, концертҡа әҙерлек, үҙебеҙҙең һәм сит илдәр буйлап гастролдәр, йәғни тырышлыҡ талап иткән хеҙмәт. Һис шикһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, яңы ерҙәр, осрашыуҙар, яңы таныштар, йәғни һәр ваҡыт иҫкә алырлыҡ сағыу тәьҫораттар.
- Үҫеш юлы еңел булмай, кем һеҙгә терәк булды, сигенмәҫкә, алға барырға илһамландырҙы?
- Бар башланғыстарымда ла таянысым – минең һөйөклө әсәйем, ул һәр ваҡыт миңә ышанды, һәм мин уның ышанысын аҡларға тырыштым. Әсәйемдең мөхәббәте, хәстәре көс бирҙе, мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
- Мәләүезде һағынаһығыҙмы?
- Әлбиттә. Тыуған ер һағындырмай булмай, уйнап үҫкән урамдар, дуҫтар... Уңайҙан файҙаланып, музыкала тәүге аҙымдарҙы бергә яһаған иң яҡын дуҫым Рома Семавинға сәләм тапшырам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, ә беҙ, яҡташтарығыҙ, һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ, илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын.
Читайте нас: