ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
24 Апрель 2018, 14:09

“Һин остоң алыҫ сәфәргә, болоттар ҡалды илап...”

Яҙҙың илаһи, ҡабатланмаҫ осоро - зәңгәр күкте әле болот ҡаплап маташа, бер аҙҙан инде йомарт ҡояш йылмая. Тәбиғәттең яңы һулыш алған, ҡар һыуҙары селтерәп аҡҡан мәлдә Үрге Юлдаш ауылы халҡы ауыл яҙмышы, уның киләсәге өсөн ҡалҡан булып күтәрелгән ил инәһе Ишбикә Ҡурамшинаның хәтер кисәһен уҙғарҙы.

Яҙҙың илаһи, ҡабатланмаҫ осоро - зәңгәр күкте әле болот ҡаплап маташа, бер аҙҙан инде йомарт ҡояш йылмая. Тәбиғәттең яңы һулыш алған, ҡар һыуҙары селтерәп аҡҡан мәлдә Үрге Юлдаш ауылы халҡы ауыл яҙмышы, уның киләсәге өсөн ҡалҡан булып күтәрелгән ил инәһе Ишбикә Ҡурамшинаның хәтер кисәһен уҙғарҙы.
“Был тупраҡта минең эҙҙәрем” тип аталған сараны М.Буранғолов исемендәге китапхана белгестәре Рәзилә Ҡотлогилдина, Нәсимә Исхаҡова, Үрге Юлдаш ауыл китапханаһы, мәктәп, мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре әҙерләне.
Хәтер кисәһе Ишбикә инәйҙең тормош юлы, хеҙмәтен һүрәтләгән видеояҙма, фотоһүрәттәр менән байытылды. Уның ғүмер юлы ауылы менән тығыҙ бәйле. Мәктәп йылдарында тырыш уҡыусыларҙың береһе була, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ҡайҙа ғына юлланһа ла, ауылының тартыу көсө уны үҙенә әйҙәй. Йәшләй генә ауыл клубына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Ситтән тороп ошо өлкәлә белем ала, артабан Башҡорт дәүләт аграр институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Ябай мәҙәниәт йортонда байрамдар айҡанлы концерттар уҙғарыу менән генә сикләнмәй, сәйәсәт, ауыл тарихы, уның киләсәген хәстәрләү йәһәтенән дә осрашыу, йыйылыштар уҙғара. Оҙаҡ йылдар дауамында мөһим сәйәси саралар уның етәкселегендә юғары әҙерлектә уҙғарыла.
Хәтер кисәһенә килгән тиҫтерҙәре, класташтары, ауылдаштары, таныштары, ҡыҫҡаһы уны белгән, ололаған, ихтирам иткән һәр кем был көндө уны һағынып, юҡһынып хәтирәләрен барланы. Ундайҙар тураһында дөрләп янды ла һүнде, тиҙәр, Ишбикә ханым да ғүмеренең ҡапыл өҙөлөрөн тойомлаған һымаҡ, эштәрен тиҙерәк тамамларға, осона сығырға ашҡынып йәшәгән һымаҡ. “Аҫаба халыҡ ерҙәренә уҫал ниәт менән ҡул һуҙғандарға ҡаршы бер ҡурҡыуһыҙ яуап бирә белде”,- тип хәтерләне был көн уны белгәндәр. “Йөрәк урынына һүнмәҫ ҡояш йөрөттө”, - тине тиҫтерҙәре. “Усаҡ яҡты ла ҡуҙын йылынырға беҙгә ҡалдырҙы”,- тип юҡһынды ағинәйҙәр.
Ауыл бөгөн үҙ тормошо менән йәшәй. Әммә һәр изге башланғыста Ишбикә инәйҙең фатихаһы тойолғандай. Бәһлеүәндәй ике улға ғүмер биргән был ғаиләгә, тәүлектең ниндәй мәленә ҡарамай, кәңәш һорап килеүселәр ҙә күп булған. Ғәҙел, талапсан, хәбәрен урап-сурытып тормай, тураһын әйтер, миҫалдар менән дәлилләп ҡуйған ҡатынға ауылда түгел, юғарырыҡ урында ла эш тәҡдим итәләр. Әлеге шул ауылы, уның киләсәге өсөн ут йотоу, тыуған тупрағы менән күҙгә күренмәҫ бәйләнеш ебәрмәй уны.
Мәҙәниәт йортоонда уҙған сара милләтәштәремде бер-беребеҙгә ихласыраҡ, телебеҙ, ҡан менән яҙылған тарихыбыҙға, арҙаҡлы шәхестәбеҙгә тере сағында ихтирамлыраҡ булырға өндәне. Уның ысын маҡсаты ла ошо күҙлектән сығып әҙерләнгән ине.
Ауыл осона етәрәк, зәңгәр күктең бер мөйөшөндә хасил булған аҡ болоттарҙан ергә саф тамсылар тамды. Ишбикә апайҙың рухы ауылдаштарына тыныслыҡ, именлек теләүе булғандыр ул, моғайын.
Читайте нас: